Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
7 Апрель 2020, 00:20

Өйҙә ултырып та, ваҡытты файҙалы үткәреп була

Балалар баҡсалары ваҡытлыса үҙ ишектәрен япты, әммә балалар баҡсалары педагогтары тәрбиә, балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү мәсьәләләре буйынса ата—әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тота//

Балалар баҡсалары ваҡытлыса үҙ ишектәрен япты, әммә балалар баҡсалары педагогтары тәрбиә, балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү мәсьәләләре буйынса ата—әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш тота.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары сайтында, социаль селтәрҙәр сәхифәләрендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү, ауырыуҙы киҫәтеү буйынса саралар буйына махсус иҫкәрмәләр ҡуйылған.
Мәғариф ойошмаларының чат һәм әңгәмәләрендә өйҙә ултырған ваҡытты балалар менән файҙалы үткәреү, йорт шарттарында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереү буйынса консультация материалдары һәм белгес кәңәштәре ҡуйылған.
Ата-әсәләр педагогтар тарафынан ойошторолған флешмоб һәм дистанцион конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Улар араһында ҡоштар, китаптар һәм космонавтика көндәренә арналған рәсемдәр һәм шиғырҙар конкурсы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм башҡалар бар.
Фото с интернета
Читайте нас: