Карантин ҡағиҙәләрен боҙоуҙы бер ниндәй сәбәп тә аҡламай
Районда коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн юғары әҙерлек режимы сиктәрендә махсус штаб булдырылды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов еткселегендәге штаб комиссияһы ағзалары тарафынан көн һайын кәңәшмә үткәрелеп, тирә-яҡ мөхит торошон контролдә тотоу көсәйтелә, республикаға, районға килгән кешеләрҙә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләренең булыу-булмауы тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуын иҫкәртеү буйынса оператив саралар күрелә, проблемалар күтәрелә.
Штаб штат режимында эшләй
Оператив штаб составына 13 кеше йәлеп ителгән. Улар араһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлеге, “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, Ғаилә хеҙмәте, үҙәк район дауаханаһы, “Роспотребнадзор” һәм башҡа структуралар вәкилдәре йәлеп ителгән.
Вирусты районға сит илдән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡайтыусылар алып ҡайтыуы барыбыҙға ла билдәле. Шуға күрә лә улар ике аҙна, йәғни 14 көн өйҙә үҙизоляцияла ултырырға тейештәр. Бвл йһәттән оператив штаб штат режимында эшләй. Ситтән районға ҡайтыусылар тураһында мәғлүмәт көн һайын еткерелә. Улар сит яҡтан ялдан, уҡыуҙан ҡайтыусыларҙың өйҙәренә йөрөп, иҫкәртеү эштәре алып баралар, карантин талаптарын мотлаҡ үтәү буйынса ҡултамға алалар.
--1 апрелгә ҡарата сит илдән, башҡа ҡалаларҙан йөҙҙән ашыу кеше үҙизоляцияла. Улар бөтәһе лә карантин режимында, өйҙәрендә ултырырға тейеш. Бөтәһенең дә законды теүәл, тыныс үтәргә, башҡа кешеләр менән аралашмаҫҡа саҡырабыҙ.
Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында ИВЛ аппараттары бар, өҫтәмә койка-урындар булдырылды. Медикаменттар, вирусҡа ҡаршы, дезинфекция препараттары бар. Шулай уҡ өҫтәмә препараттар алыу менән мәшғүлбеҙ, - тине Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин.
Федераль власть ҡуйған ике аҙналыҡ карантин мотлаҡ үтәлергә тейеш һәм уны боҙоуҙы бер ниндәй сәбәп тә аҡлай алмай. Ул –закон талабы. Карантинды боҙған осраҡта граждандарға енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған. Өйҙә ултырған осраҡта һәр кемгә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы, йәғни больничный бирелә. Был йәһәттән эш урындарында проблема булмаясаҡ. Район оператив штаб төркөмө карантинда булған һәр кемде контролдә тота.
Ауылдарҙа социаль хеҙмәткәрҙәр эшләй
Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығының 31 марттағы ҡарары нигеҙендә, үҙизоляцияла булған хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға, 60 йәштән олораҡ быуынға, шулай уҡ коронавирус инфекцияһын таратыуға бәйле хәүеф төркөмөнә ингәндәрҙе аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙары менән тәьмин итеү буйынса тура линия телефоны эшләй башланы. Был эште “Алтын быуын” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм “Ғаилә” хеҙмәте башҡара.
Ауылдарҙа социаль хеҙмәткәрҙәр әүҙем эшләй һәм халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. Улар шәхси һаҡланыу саралары, йәғни медицина маскаһы, бирсәткә, ҡулдарҙы эшкәртеү (зарарһыҙландырыу) саралары менән тәьмин ителгән.
Бөгөнгө көндә 371 оло йәштәге гражданға хеҙмәт күрһәтелгән. 31 мартҡа ҡарата (бер көндә генә) 234 кешегә ярҙам алған. Улар араһында 119 кешегә аҙыҡ-түлек, 7 гражданға көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар йорттарына килтерелгән. Бынан тыш, өйҙән сүп-сарҙы сығарыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәт күрһәтелгән.