Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
30 Март 2020, 22:18

Әлегә 197 кеше иҫәпкә алынған

.

Сибай ҡалаһының үҙәк ял баҙарында Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары йылҡы ите һатыуы һәм уның күптән түгел Дубайҙан ҡайтып, үҙаллы изоляция режимын һаҡламауы тураһында хәбәр иткәйнек. Һөҙөмтәлә, уның коронавирусҡа тапшырған анализы ыңғай булыуы асыҡланды.
Ошоға бәйле тиҙ арала Сибай үҙәк ял баҙарының эше туҡтатылды, бина тулыһынса дезинфекцияланды. Шулай уҡ ит павильоны булған “Аструм” сауҙа үҙәгендә лә бар талаптарға яуап бирерлек хәүефһеҙлек саралары күрелде. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла мотлаҡ рәүештә сиргә анализ тапшырҙы.
Бөгөн һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған брифингта хәбәр итеүҙәренсә, 22 мартта баҙарға барыусыларҙан ике көн эсендә “Ҡыҙыл линия”ға 227 шылтыратыу ҡабул ителгән.
Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов белдереүенсә, был көндә баҙарҙа булыусыларҙың барыһы ла әлеге ваҡытта үҙаллы изоляцияла, 197 кешегә шәхси карточка асылған, уларға көн һайын медицина хеҙмәткәрҙәре шылтыратып, хәлдәрен белешеп тора. Шулай уҡ һәр береһенең йорттарына шәхсән барып, коронавирусҡа биоматериал алына. Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙә 53 кешенән вирусҡа анализ алынған.
Ҡалала хәл тотороҡло ҡала, сибайҙар хәлдең үтә сетерекле булыуын аңлап ҡабул иткән, карантин режимын күҙәтергә тырыша. Кисә ҡала урамдары дезинфикцияланды, тауыш көсәйткестәр ярҙамында аңлатыу саралары еткерелде.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: