Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Март 2020, 00:24

Республика Башлығы ниндәй өҫтәмә сараларҙы раҫланы?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы. //

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы.
Улар 26 марттан үҙ көсөнә инә.
Шулай итеп, сит илдән ҡайтҡандар 14 көн үҙаллы изоляцияға китергә, эшкә, йәмәғәт урындарына йөрөмәҫкә тейеш. Ошо уҡ сара 65 йәштән өлкән, эшләмәгән оло йәштәгеләргә лә кәңәш ителә.
23 марттан 1 апрелгә тиклемге мәктәп каникулында өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге туҡтатыла. 2 апрелдән белем биреү учреждениелары дистанцияла уҡытыу формаһына күсергә тейеш.
Документ шулай уҡ күңел асыу һәм ял учреждениеларының, физик культура һәм спорт объекттарының, шул иҫәптән бассейндарҙың, фитнес-үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген туҡтата.
Унан тыш, йәмәғәт туҡланыуы урындарында залда 50 һәм унан да күберәк кешеләр бер юлы булырға тейеш түгел. Иҫәпләшеү формаһы күп осраҡта ҡулаҡсаһыҙ булырға, кешеләрҙе дистанцияла хеҙмәтләндереүгә өҫтөнлөк бирелергә тейеш.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреүҙе ойоштороу зарур, шул иҫәптән дистанцияла белем алған осорҙа ла.
Республиканың Сәнәғәт һәм энергетика, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы индивидуаль һаҡланыу саралары менән тәү сиратта медик-инфекционистарҙы тәьмин итергә тейеш.
Унан тыш, Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү түләүҙәрен билдәләү хаҡындағы указға ла ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 18 марттан айырым хеҙмәт шарттарында һәм өҫтәмә көсөргәнеш менән эшләгән, коронавирус штаммы нигеҙендә сирләгән пациенттарға ярҙам күрһәткән, шулай уҡ яңы коронавирус инфекцияһына лаборатор тикшереүҙәр үткәргән белгестәргә өҫтәмә түләүҙәр буласаҡ. Табиптар һәм медицинаға инмәгән юғары белемле белгестәр - 25-әр мең һум, урта медицина персоналы – 15-әр мең һум, кесе медицина персоналы 5-әр мең һум өҫтәмә аҡса аласаҡ.
Яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләрҙе хеҙмәтләндергән табиптарға өҫтәмә түләү 5-әр мең һум буласаҡ, урта медицина персоналына – 2,5-әр мең һум.
Был түләүҙәргә ҡушып, айырым климат шарттарында эшләгәндәр өсөн район коэффициенты ла иҫәпләнә.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы үҙаллы изоляцияла булғандарға, яңғыҙ йәшәгәндәргә, оло йәштәгеләргә, инвалидтарға һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәргә түләүһеҙ нигеҙҙә социаль хеҙмәтләндереүҙе ойошторорға тейеш.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: