Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Март 2020, 16:49

ПИЛОТ ПРОЕКТ СТАРТ АЛДЫ

/

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Башҡортостанда тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты бала табыу йортонан сыҡҡан саҡта уҡ тапшырыу буйынса пилот проекты старт алды. Беренселәрҙән булып проектҡа Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы һәм Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто ҡушылды. Бында бәхетле ата-әсәгә баланы сығарған саҡта уҡ таныҡлыҡ биреп ҡайтара башланылар.
Яңы проекттың маҡсаты бик изге – яңы ғына ата-әсә булған кешеләрҙе документ теркәү буйынса мәшәҡәттәрҙән ҡотолдороу. Әсәй менән атайға ни бары тиҙерәк бәпескә исем уйларға ғына ҡала.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, бала табыу йортонда таныҡлыҡ тапшырыу төбәктә демографик хәлде яҡшыртыу өсөн ҡабул ителгән “юл картаһы”ның бер сараһы. Был уңайлы хеҙмәт “Демография” милли проекты сиктәрендә лә тормошҡа ашырыла. Оҙаҡламай ул республиканың башҡа бала табыу йорттарында ла эшләй башлаясаҡ.
Әле пилот проектта ҡатнашҡан бала табыу йортонда тыуыу тураһындағы таныҡлыҡты алыу өсөн түбәндәге документтар кәрәк:
- яңы тыуған сабыйҙың әсәһе һәм атаһының шәхестәрен раҫлаусы документтар (паспорт), йәки ҡатын баланың атаһы менән никахта тормаһа, әсәнең генә паспорты;
- никах тураһындағы таныҡлыҡ (никах булған осраҡта);
- баланың тыуыуы тураһындағы медицина белешмәһе (бала табыу йортонда бирелә);
- ата-әсә тарафынан бала тыуыу тураһында теркәүҙе һорап ҡулдан яҙылған ғариза, унда улар медицина учреждениеһының яуаплы кешеһенән әлеге ғариза менән ЗАГС бүлексәһенә мөрәжәғәт итеүҙе һәм таныҡлыҡ алыуҙы һорарға тейеш.
"Башҡортостан".
Фото: vot69.ru.
Автор: Гюзель Латипова.

Читайте нас: