Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
20 Март 2020, 17:06

Үҙәк район дауаханаһы йәш белгестәр менән тулыланыр тип ышанабыҙ

Бөгөн дауаханаға невролог, хирург, балалар хирургы, травматолог-ортопед, эндокринолог, онколог, участка терапевты, участка педиатры талап ителә. //

Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табиптар талап ителеүе бер кемгә лә сер түгел. Бөгөн унда невролог, хирург, балалар хирургы, травматолог-ортопед, эндокринолог, онколог, участка терапевты, участка педиатры кәрәк.

Дауаханаға кадрҙарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Был турала мәғлүмәт Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының рәсми сайтынан алынды.

“Йәш белгестәр өсөн түбәндәге социаль ярҙам саралары ҡаралған: хеҙмәт окладына өҫтәмәләр индерелә, “Земский доктор” программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш, балалары булған табиптарға мәктәпкәсә учреждениеларҙан урын бүленә, административ торлаҡ бүленә. Тағы ла “2018-2021 йылдарға Хәйбулла районында йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” программаһы буйынса 200 мең һумға сертификаттар бирелә.

Әле район дауаханаһына табиптар йәлеп итеүҙең барлыҡ юлдары ҡарала. Яңыраҡ Ырымбур медицина университетында уҡыу йортон тамамлаусы йәштәр менән осрашыу булды, вакансиялар йәрминкәһе ойошторолдо.

Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар менән осраштыҡ. Унда дауаханаларҙың баш табиптары алтынсы курсты тамамлаусыларҙы үҙҙәренә йәлеп итеү өсөн барыһын да эшләне. Йәштәргә уйланырлыҡ тәҡдимдәр булды: бушлай торлаҡ, ординатура сығымын түләү, өҫтәмә социаль ярҙам саралары һәм башҡалар. Был саралар муниципаль берәмектәр башлыҡтары менән берлектә ҡаралды.
Иң мөһиме, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы йәш кадрҙар менән тулыланыр, тип ышанабыҙ”,-ти баш табип Илшат Рысҡужин.
Читайте нас: