Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
11 Ноябрь 2020, 22:12

"Самолетты шартлатам!"

Мәскәүҙең "Шереметьево" аэропортында полиция хеҙмәткәрҙәре самолет бортында янъял ҡуптарған яҡташыбыҙҙы тотҡарлаған.

Мәскәүҙең "Шереметьево" аэропортында полиция хеҙмәткәрҙәре самолет бортында янъял ҡуптарған яҡташыбыҙҙы тотҡарлаған.
Үҙәк федераль округ буйынса Эске эштәр министрлығының транспортҡа идара итеү идаралығы мәғлүмәтенән күренеүенсә, Башҡортостандан 24 йәшлек ир-егет Мәскәү – Петропавловск-Камчатск рейсына билет алған, тик ни сәбәптәндер самолет бортында үҙен сәйер тотҡан: пилот кабинаһына инергә маташҡан, иҫкәртеүҙәрҙе ҡолағына ла элмәгән, самолетты шартлатыу менән янаған.
Транспорт полицияһы тарафынан ғауғасы бүлексәгә килтерелгән. Тикшереү барышында самолетта хәүефле әйберҙәр табылмай, самолет йүнәлеше буйынса бер аҙ һуңлап булһа ла оса алған.
Сәйер ҡылығы өсөн Башҡортостан егетенә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Фото:yandex.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: