Бөтә яңылыҡтар
АНТИТЕРРОР
20 Март 2020, 00:30

2-се Аҡъяр мәктәбе волонтерҙары акцияға ҡушылды

Республикала “Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит” Бөтә Рәсәй наркотикка ҡаршы акция старт алды //

Республикала “Ҡайҙа үлем менән һатыу итәләр, хәбәр ит” Бөтә Рәсәй наркотикка ҡаршы акция старт алды
2-се Аҡъяр мәктәбенең “Һәр ваҡыт алға атла” волонтерҙары акцияға ҡушылып, ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барҙылар. Улар Аҡъяр ауылында буклеттар тараттылар, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа листовкалар элделәр.
Әгәр һеҙҙең дә наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә әйтер мәғлүмәтегеҙ булһа, Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылығыҙ. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында “Ышаныс телефоны”на (8-347-279-32-92) шылтыратығыҙ. Анонимлыҡ һаҡлана. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылмай.
Шулай итеп, һәр кем наркотикҡа ҡаршы акцияға үҙ өлөшөн индерә ала.
Читайте нас: