Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2021, 18:08

Быйыл Еңеү байрамын нисек билдәләрбеҙ?

/

Быйыл 9 майҙа Башҡортостанда байрам саралары үтәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Байрамды әҙерләү һәм үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында байрам концерты, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы буласаҡ, Мәңгелек ут, Муса Гәрәев ҡәбере, Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Күсимовтар бюстары һәм башҡа һәйкәлдәр янында почетлы ҡарауыл ойоштороласаҡ, хәрбиҙәр парады, хәрби техника һәм ретроавтомобилдәр күрһәтеү, "Үлемһеҙ полк” патриотик акциялары ҡаралған.
Район хакимиәттәренә хәрбиҙәр ерләнгән ҡәберлектәрҙе төҙөкләндерергә, байрам саралары үткәрергә һәм “Үлемһеҙ полк” акцияһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителә.
Шуныһы билдәләнә: фронтовиктар, тыл хеҙмәткәрҙәрен һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын тәбрикләү саралары санитар талаптарҙы үтәп ойошторолорға тейеш.
Ведомстволарға медицина хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡсылары һәм ЮХХДИ инспекторҙары дежурлығын ойошторорға ҡушылды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Biyil-E-e-bayramin-nisek-bild-l-rbe-701385/
Читайте нас: