Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһындағы 221-се башҡорт балалар баҡсаһының икенсе кескәйҙәр төркөмө тәрбиәсеһе Флорида Абдуллина “Ҡурсаҡ байрамы” үткәргән.
Флорида Сәйетғәли ҡыҙы балаларға ҡурсаҡтарҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләгән, тәрбиәләнеүселәр башҡорт милли кейемендәге ҡупшыҡайҙар менән уйындар уйнаған, бишек йыры йырлаған, шиғырҙар һөйләгән. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Батмус” бейеүе бигерәк сағыу килеп сыҡҡан.
Был турала беҙгә ҡыҙҙары Асель йөрөгән балалар баҡсаһынан Лилиә Хужәхмәтова хәбәр итте.
“Ғаиләбеҙ менән оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәйбеҙ. Дуҫ-иштәр һәм уларҙың балалары русса һөйләшә. Тыуған яҡҡа, ауылға, олатай-өләсәйҙәр янына ҡайтҡанда, әлбиттә, башҡортса аралашабыҙ. Ҡыҙыбыҙҙың башҡорт икәнлеген онотмауын, туған телен, мәҙәниәтен белеп үҫеүен теләйбеҙ. Махсус рәүештә уны башҡорт балалар баҡсаһына бирҙек. Тәрбиәсебеҙҙең уларҙы тырышып башҡортса өйрәтеүе, матур итеп байрам саралары, милли йолаларҙы күрһәтеп үҫтереүе бик оҡшай", – ти ул.
Ысынлап, бөгөн ҙур ҡалаларҙа балаларҙы башҡорт итеп тәрбиәләүе - еңел булмаған бурыс. Барыһы ла мөхиттән ғибәрәт. Бала кем менән аралашып үҫә, шул телдә һөйләшә. Бындай осраҡта ата-әсәгә ярҙамға башҡорт балалар баҡсалары һәм мәктәптәре килә.
Ошо йәһәттән 221-се балалар баҡсаһында ла маҡсатлы эш алып барыла. Унда йөрөгән балалар милләте буйынса башҡорт булһа ла, руслашҡандары ла байтаҡ. Шулай уҡ татарҙар ҙа бар. Тәрбиәселәр улар менән башҡортса һөйләшә, дәрестәрҙе башҡорт телендә алып бара, аңламағандарға тәржемә яһап төшөндөрә. Төп маҡсаттары – туған телгә, үҙ милләтенә хөрмәт, һөйөү, ватансылыҡ тәрбиәләү, башҡаларға ҡарата толерантлы мөнәсәбәт булдырыу.
Даими дәрестәрҙән тыш, башҡорт телендә матур байрамдар ҙа үткәреп торалар. Улар араһында Яңы йыл, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан кисәләр, Әсә көнө, Икмәк көнө, Ҡурсаҡтар байрамы һәм башҡалар бар. Балалар бындай сараларҙы бик ярата, ә ата-әсә уларҙы ойоштороуҙа һәм башҡа яҡтан бик теләп ярҙам итә.