Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2021, 22:14

"Муса Мортазинға һәйкәл ҡуйырға кәрәк"

Халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған сарала ниндәй мәсьәләләр күтәрелде?

25 февраль Башҡортостан Милли музейының конференц-залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға бағышлап “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Сара республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына ярашлы үткәрелде. “Түңәрәк өҫтәл” эшендә Милли архив директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡы тарихы буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин, Ростов өлкәһе һәм Мәскәү башҡорттарының ҡоролтай етәкселәре Мәхмүт Сәлимов, Салауат Әхмәҙуллин, Учалы районынан геройҙың яҡташтары, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар ҡатнашты.
Сығыш яһаусылар Муса Мортазиндың Башҡортостан тарихындағы ролен һәм был сараның ҙур әһәмиәткә эйәлеген билдәләне, шәхестең тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәттәр еткерҙе.
Билдәле прозаик, тарихсы, философия фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев ошо көндәрҙә донъя күргән, легендар шәхескә арналған китабы тураһында һөйләне.
"Муса Мортазиндың 125 йыллығына бәләкәй генә китап әҙерләгәйнем. Биш йыл эсендә байтаҡ яңы мәғлүмәт туплап, ҙур йыйынтыҡ сығарҙым. Китапҡа материалдарҙы Учалы районы, республика һәм ил архивтары буйлап эҙләргә тура килде. Был - коллектив эш, уға күптәр үҙ өлөшөн индерҙе", - тип бәйән итте автор.
Ниязбай Сәлимов Муса Мортазиндың биографияһындағы “аҡ таптар”ға туҡталды.
"Мәҫәлән, геройҙың тыуған ваҡытында ла, үлгән көнөндә лә аңлашылмаусанлыҡтар бар. Төрлө архив документтарында төрлөсә мәғлүмәт бирелә. Шулай уҡ Муса Мортазиндың шәжәрәһе лә ентекле өйрәнелмәгән. Тимәк, эҙләнәһе эштәр, асыҡлайһы дәлилдәр бар әле", - тине сығыш яһаусы.
Азат Ярмуллин Муса Мортазиндың яуҙаштары, арҡаҙаштары тураһында ентекле мәғлүмәт еткерҙе, уларҙың да исемдәрен мәңгеләштереү мәсьәләһен күтәрҙе.
Мәхмүт Сәлимов геройҙың хәрби биографияһы һәм наградалары тураһында һөйләне.
Рәсәй Хәрби көстәренең үҙәк музейында В.Н. Яковлевтың “Ҡыҙыл командирҙар” тип исемләнгән картинаһы һаҡлана. Салауат Әхмәҙуллин унда Муса Мортазиндың да һүрәтләнеүен билдәләп үтте.
Спикерҙарҙың сығышынан һуң фекер алышҡас, резолюция ҡабул ителде. Унда Муса Мортазинға Өфө һәм Учалы ҡалаларында һәйкәл ҡуйыу, Учалы районы Көсөк ауылындағы Герой музейының матди-техник базаһын нығытыу, “Ҡыҙыл командирҙар” картинаһының күсермәһен эшләтеп, Милли музейға урынлаштырыу һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.
Фотолар: Милли архив.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: