Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы Степной ауыл мәҙәниәт йортонда "Исемдәрең матур, кемдәр ҡушҡан?" тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Йомабикә Фазылова, Әлимә Ҡәйепова, Яңылбикә Ҡунаҡасова, Рәмилә Таһирова, Әҡлимә Лунева һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Алып барыусы сараны асып, барыһын да байрам менән ҡотланы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар хәҙерге заманда балаға матур һәм мәғәнәле башҡорт, мосолман исемдәрен ҡушыу темаһының актуаллеген дәлилләп, дини һәм пәйғәмбәрҙәрҙең, илдәге ваҡиғаларға бәйле, заманса исемдәргә байҡау яһап фекер алыштылар. "Исеме есеменә лә тура килергә тейеш" тип еткерҙе ағинәйҙәр. Тимәк, ата-әсәй балаға мәғәнәле исем ҡушып, уны тәрбиәле, бар яҡлап уңған, ярҙамсыл, шәфҡәтле, тәҡүәле итеп үҫтерергә бурыслы. Артабан сара өҫтәл артында сәй эсеү менән дауам итте, ағинәйҙәр файҙалы һәм күңелле аралашып таралыштылар.