Бөтә яңылыҡтар
22 Февраль 2021, 12:25

"Туған телем – әсәм теле, туған телем – атам теле"

Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара туған көндәр көнөнә ҡарата сара ойошторолдо

Яңы Ергән ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара туған көндәр көнөнә ҡарата уҡыусылар өсөн "Туған телем – әсәм теле, туған телем – атам теле" тип исемләнгән сара ойошторолдо. Уның маҡсаты – туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, йәш быуында туған телгә һәм мәҙәниәткә милли ғорурлыҡ тойғоһын формалаштырыу.
Сараға “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары Г.Д.Ильясова, З.К.Туҡбаева һәм Г.С.Рәхмәтова саҡырылды. Фәһемле әңгәмә барышында башҡа халыҡтарҙың телдәрен һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеү менән бер рәттән туған телгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу кәрәклеге тураһында әйтелде. Г.Д.Ильясова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың “Туған тел” шиғырын уҡып ишеттерҙе. Балалар йомаҡтар систе, мәҡәлдәр һәм һынамыштарҙың күп булыуын телгән алды. Китапханасы О.В.Плетнева туған телдәргә арналған уйын уҙғарҙы.
фото:Яңы Ергән мәҙәниәт йорто
Читайте нас: