Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 11:05

Шайморатовсылар тураһында ҙур белешмә донъя күрҙе

"2021 йылды беҙ Башҡорт тарихы йылы итеп иғлан иттек һәм уны “Шайморатовсылар” проекты менән асасаҡбыҙ..."

“Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең электрон версияһының презентацияһы уҙҙы. Сара онлайн-форматта үтте, унда проект авторҙары, музей етәкселәре, тарихсылар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, республика район-ҡалалары, шулай уҡ башҡа төбәктәрҙең ҡоролтай етәкселәре ҡатнашты.
– 2021 йылды беҙ Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иттек һәм уны “Шайморатовсылар” проекты менән асасаҡбыҙ. Был 2020 йылда билдәләнгән ваҡиғаларҙы – Еңеүҙең 75 йыллығын, Миңлеғәле Шаймортовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының исемен мәңгеләштереүҙе системалы дауам итергә мөмкинлек бирәсәк. Яҡын киләсәктә легендар командирға һәйкәл барлыҡҡа киләсәк. Был республика Хөкүмәте һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан алып барылған ҙур комплекслы эш, унда ғалимдар, эксперттар, тарихсылар һәм республика халҡы ҡатнаша, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин “Шайморатовсылар” халыҡ проекты тураһында һөйләне. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрамына һәм легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең – шаймортовсыларҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Проект халыҡта хуплау тапты һәм электрон почтаға бик күп хаттар һәм фотолар, документтар, иҫтәлектәр килә. Йыйылған мәғлүмәттәр “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенә эшкәртеүгә, мәғлүмәттәрҙе асыҡлауға һәм белешмә әҙерләүгә бирелә.
Нәшриәттең ғилми мөхәррире Клара Әғлиуллина “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһенең электрон варианты менән таныштырҙы.
Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре күләмле эште ҡыҫҡа ваҡытта атҡарыуға өлгәшкән. 3800 фамилияны асыҡлағандан һуң 2700-ө тороп ҡала һәм улар был белешмәгә индерелә. 1000 фамилия ҡабатланыуы йәки 112-се кавалерия дивизияһына ҡағылышлы булмауы арҡаһында төшөп ҡалған. Бик күп фотолар эшкәртелгән һәм һанлаштырылған, әммә уларҙың күбеһенең яҙыуҙары юҡ. Бынан тыш өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе эҙләү һәм системалаштырыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Ғөмүмән, сайтта шайморатовсыларға ҡағылышлы барлыҡ материалдар урын алған.
Сарала ҡатнашыусылар был хеҙмәттең үҙенсәлеклеген, әлегә илдә беренселәрҙән булып ошондай белешмә әҙерләүгә өлгәшеүебеҙ хаҡында билдәләне. "Википедия" менән дә берҙәм хеҙмәттәшлек итеү шаймортовсыларҙың иҫтәлеген мәңгелләштереү, таратыуға булышлыҡ итәсәге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә киләсәктә лә эш дауам итәсәк.
Проект менән танышыу өсөн һылтанма: http://112bkd.ru/?fbclid=IwAR29Y0oEdw_TKEHdsdK0FeGwUVmPIQMcTIApDqOsGpep4wbHv5t1b03AoHE
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: