Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2020, 22:53

Киләһе йыл республикала нисек аталыр?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең киңәйтелгән ултырышында тәҡдим индерҙе.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сығыш яһаны. Ошо хаҡта ойошманың һуңғы киңәйтелгән ултырыштарының береһендә башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин белдерҙе.
Тәҡдим Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә ебәрелгән. Шуны билдәләп үтәйек: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән республика етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан иткәйне.
Комиссия шулай уҡ Өфөнөң – 450, академик, тарих фәндәре докторы, БДУ профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Нияз Мәжитовтың тыуына 90 йыл тулыуға ҡарата “Өфө ҡаласығы–II” (“Башҡорт”) музей комплексын асыуҙы ойошторорға тәҡдим итте.
Шулай уҡ ултырышта Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева ла коллегаларынан тәҡдимдәрен еткерҙе. Комиссия ағзалары фекеренсә, “Журналистика һәм мәғлүмәт” кадрҙарын әҙерләү йүнәлеше буйынса грант белем биреү программалары, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләгән йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн грант программаһы булдырырға кәрәк.
Әле был башланғыс хуплау тапҡан да инде – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс иғлан итте. Конкурста 18 йәше тулған һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, онлайн-проект авторҙары һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менән ентекләберәк конкурстың положениеһында танышырға мөмкин.
Ултырышта комиссия рәйесе урынбаҫары, кинорежиссер Булат Йосопов, башҡорт телендәге кинофильмдар тулыһынса дәүләт тарафынан финансланырға тейеш, тип билдәләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм министрлыҡтарҙың вәкилдәре ҡатнашты.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: