Белеүебеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм шуға ярашлы йыл дауамында бихисап саралар үтте, өр-яңы проекттар ғәмәлгә ашырылды, һәр төрлө конкурстар иғлан ителде. Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡорт теле йылын йомғаҡлауға арналған тантаналы сара барышында әлеге эштәр барланып, конкурстарҙың еңеүселәре иғлан ителде.
Ҡала округы хакимиәттәре һәм ҡала ҡоролтайҙары араһында еңеүселәр:
1-се урын – Күмертау ҡалаһы.
2-се урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
3-сө урын – Өфө ҡалаһы.
Саранан һуң үҙенең тәьҫораттары менән Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәмиғолова уртаҡлашты:
– Башҡорт теле көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләк алыу ҡыуаныслы һәм яуаплы. Үҙемдең сикһеҙ рәхмәтемде Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларына, башҡорт теле, мәҙәниәте, әҙәбиәте яҙмышына битараф булмаған һәммәһенә лә еткерәм.
Күмертау ҡалаһында “Балалар баҡсаһында башҡорт телен өйрәнәм” инновацион проекты тормошҡа ашырылып килә. Маҡсаты – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү, телмәр үҫтереү, тел аша башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен өйрәнеү.
Ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты “Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм” проектын тормошҡа ашыра башланы. Был проект башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән һәм башҡортса насар белгән йәки бөтөнләй аралашмаған кешеләрҙе һөйләшергә өйрәтеүгә генә ҡоролған. Иң тәүҙә “Бәйләнештә” селтәрендә “Күмертауҙа башҡорт телен өйрәнәм” төркөмө булдырылды. Девизы: “300 көндә – 300 һүҙ”, ә маҡсаты – ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә телде өйрәтеү.
Артабан “Башҡорт теле – барыһына ла!” тип аталған бушлай курстар асылды, унда теләге булған һәр кем йөрөй ала. Тәҡдим ителгән программа төрлө йәштәге халыҡ үҙләштерә алырлыҡ, ябай, аңлайышлы. Эшлекле осрашыуҙарҙы 3-сө китапханала Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, педагогия колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Римма Фәттәх ҡыҙы Арыҫланова үткәрә. Төрлө милләт кешеләре башҡорт телен ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Әлеге курстарға ярашлы, ҡалабыҙға ҡағылышлы һүҙҙәрҙән торған “Күмертау ҡалаһының русса-башҡортса һүҙлеге” сығарылды. Әлеге көндә курстарҙы оффлайн форматта өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ.
Йыл башында ҡала хакимиәте янындағы “БР халыҡтары телдәре тураһындағы” закондың үтәлешен бойомға ашырған комиссия менән берлектә “Хатаһыҙ ҡала” конкурсы иғлан ителде. Терминология төркөмө ағзалары ойошма һәм предприятиеларҙың алтаҡталарының, сауҙа үҙәктәрендәге яҙыуҙарҙың дөрөҫлөгөн ҡарап сыҡты һәм хаталарын төҙәтеү буйынса кәңәштәр бирҙе. Был эш тә йыл әйләнәһенә дауам итте.
Муниципаль район хакимиәттәре һәм район ҡоролтайҙары араһында еңеүселәр:
1-се урын – Стәрлетамаҡ районы.
2-се урын – Миәкә районы.
3-сө урын – Борай һәм Асҡын райондары.
Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Иманғолова:
– Башҡорт теле йылына арналған эштәр Стәрлетамаҡ районында йыл дауамында алып барылды. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр сараны ауылдар халҡы, ағинәйҙәр дәррәү күтәреп алды, бер кем дә битараф ҡалманы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған барлыҡ флешмобтарҙа, диктанттарҙа Стәрлетамаҡ районы халҡы әүҙем ҡатнашты. Бигерәк тә рухлы башҡорт ғаиләләренең күп булыуына ҡыуандыҡ. Улар балаларында туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү һәм ихтирам тойғолары тәрбиәләй.
Башҡорт теле йылы ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылы сағылған туған телебеҙҙең ҡәҙерен, дәүләт теленең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәрергә булышлыҡ итте.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы (ҡалаларындағы) башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәр:
1-се урын – Пермь крайы.
2-се урын – Мәскәү ҡалаһы.
3-сө урын – Санкт-Петербург ҡалаһы.
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов:
– Пермь крайының Барҙа районы үҙәге булған Барҙа ауылында Ғәйнә ырыуы башҡорттарының арҙаҡлы шәхесе, Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачевтың полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссияһы депутаты Туҡтамыш Ишбулатовҡа скульптура комплексы асылды.
Ғәйнә башҡорттары башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын танытыуға ла ҙур көс һала. “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” проекты сиктәрендә ошо төбәктән сыҡҡан шағир Наил Ғәбдүшевтың урындағы һөйләштә яҙылған шиғырҙар йыйынтығы, Барҙа башҡорттары һүҙлеге донъя күрҙе, “Аҡбуҙат” балалар журналының бер һаны шулай уҡ ошо һөйләштә нәшер ителде. Был проекттар Башҡортостан Башлығы грантына башҡарылды. Ғөмүмән, әлеге грант ярҙамында беҙ күптәнге хыялдарыбыҙҙы ысынбарлыҡҡа ашыра башланыҡ.
Барҙа районының мәғариф идаралығы менән килешеү буйынса, ете мәктәпкә башҡорт теле буйынса дәреслектәр һәм эш дәфтәрҙәре тапшырҙыҡ. Алда эштәр бик күп әле.
“Башҡорт баҫмаларына иң күп яҙылыусы” номинацияһы еңеүселәре:
1-се урын – Өфө районы.
2-се урын – Ҡалтасы районы.
3-сө урын – Ғафури районы.
Ҡалтасы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Лилиә Дәүләтова:
– Башҡорт телендәге баҫмаларға яҙылыу буйынса Ҡалтасы районының икенсе урынды яулауына бик шатландыҡ. Был еңеү – район башҡорттары ҡоролтайының да эш һөҙөмтәһе. Халыҡҡа башҡорт теленә, башҡорт баҫмаларына һөйөүҙе халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре аша еткерҙек тип уйлайым. Районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, “Ватан” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге, “Йәншишмә” башҡорт фольклор ансамбле был йәһәттән маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара.
Районыбыҙ башҡорттары берҙәм булып, үҙ телебеҙҙәге баҫмаларға яҙылды. Беҙҙә айырыуса “Башҡортостан” гәзитен, “Ҡурай” төбәк гәзитен, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” журналдарын күпләп алдыралар.
“Хатаһыҙ ҡала/ауыл” номинацияһы еңеүселәре:
1-се урын – Сибай ҡалаһы.
2-се урын – Ҡырмыҫҡалы районы.
3-сө урын – Краснокама районы.
Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Земфира Сәғитова:
– “Хатаһыҙ район” номинацияһында Краснокама өсөнсө урынды яуланы. Алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышына беҙҙә ҙур иғтибар бирелә, был эш Башҡорт теле йылында ғына түгел, даими рәүештә алып барыла. Терминологик комиссия алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын тикшереп, тәҡдимдәр еткерә, уларҙың үтәлешен күҙәтеп бара.
Сауыҙбаш ауыл китапханаһында “Ырыуҙаштар” тыуған яҡты өйрәнеү клубы эшләп килә. Клубтың бурысы – тыуған яҡ, яҡташтар, ауыл тарихы тураһында яңы материалдар табыу. Китапханала “Йәнәй – минең ырыуым” исеме аҫтында тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булдырылды.
Йыл дауамында район кимәлендә “Иң яҡшы китап уҡыусы”, “Башҡортса тиҙәйткестәр”, “Иң яҡшы шәжәрә”, “Ғаилә архивы”, “Мин башҡортса һөйләшәм” тип аталған ижади конкурстар, ғилми-тикшеренеү конференциялары ойошторолдо. Башҡорт теле йылы бер йыл менән генә сикләнмәй, киләсәктә лә был эштәрҙе дауам итәсәкбеҙ.
Журналистар һәм блогерҙар араһында еңеүселәр булараҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуын алып барыусы Гөлнара Муллаҡаева, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаева, “Башҡортостан ҡыҙы” журналисы Гөлнур Ишбулатова, “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар бүлеге (етәксеһе Зөһрә Арсаева), “Ватандаш” журналы редакцияһы (баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева), Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите редакцияһы (етәксеһе Гүзәл Салихова), Силәбе өлкәһенең “Уралым” киң мәғлүмәт саралары проекты авторы Нурия Иҡсанова, Башҡорт Википедияһы активисы, “Бәйләнештә” селтәрендәге “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмө етәксеһе, журналист, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова һәм тарихсы, TARIHLIVE сәхифәһе авторы Илдар Мәмбәтҡолов билдәләнде.