Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2020, 22:42

Өлгөлө башҡорт ғаиләһен һайлайҙар

Конкурсҡа әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән

Башҡортостан Хөкүмәтенең 21 декабрҙәге бойороғона ярашлы, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсы иғлан ителде. Конкурс “Етегән” республика башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола. Үткәреү ваҡыты 2020–2021 йылдар. Бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Хөкүмәт вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендә конкурсҡа әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән.
Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Күгәрсен, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары хакимиәттәренә конкурсты үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителә.
Әле Саҡмағош, Мәләүез, Илеш һәм Күгәрсен райондарында онлайн-форматта конкурстың зона этабы бара. Жюри ғаиләләрҙең ижади презентацияһын ҡарап, финалға сыҡҡандарҙы билдәләне.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, Саҡмағош районында ҡатнашыуға ғариза биргән 11 ғаиләнән Бүздәк районынан – Кәримовтар, Саҡмағош районынан – Ильясовтар һәм Әлшәй районынан Ҡотлозамановтар конкурстың республика этабына үткән.
Мәләүез ҡалаһында 12 ғаилә ҡатнашһа, әле Стәрлетамаҡтан – Ишмөхәмәтовтар, Мәләүездән – Суҡбаевтар һәм Миәкә районынан Ғәниевтар һайлап алынған.
Илеш район мәҙәниәт йортонда Илеш районынан ике ғаилә финалға сыҡҡан. Улар – Шәрәфетдиновтар һәм Әхмәтйәновтар, Краснокама районынан – Шәрифуллиндар, Нефтекама ҡалаһынан — Яхузиндар.
Күгәрсен районы Мораҡ ауылында зона этабына Сибайҙан, Межгорьенан, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы райондарынан һәм Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан һигеҙ ғариза бирелгән. Жюри Йәнбәковтар (Сибай), Әбүбәкеровтар (Межгорье) һәм Халиҡовтар (Баймаҡ районы) ғаиләләрен еңеүсе тип билдәләне.
Конкурстың ошо этабынан һуң башҡа зоналарҙа киләһе турға 21 ғаилә һайлап алына. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары 2021 йылдың 1 мартында “Етегән” байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.
Фото: Башинформ
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: