Әсәй. Ғәжәпләнәһе түгел, күпме наҙ, күпме йылылыҡ бар был һүҙҙә. Донъяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәткән, үҙ йәне аша үткәреп, күкрәк һөтө менән туған телгә мөхәббәт һеңдергән, иманға әйҙәгән әсәй. Әсәй булмаһа, беҙ – ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас.
Әсәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Яңы көн – яңы һүҙ” тигән рубрикаһы ла нәҡ ошо һүҙ менән асылғайны. Рубрика Башҡорт теле йылының тәүге көнөнән – 2020 йылдың 1 ғинуарынан социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙә башланып китте.
Йыл буйы – 366 көндөң береһен дә ҡалдырмай, “Ҡоролтай” төркөмөндә башҡорт һүҙҙәре менән таныштырҙыҡ, һүҙҙең руссаға тәржемәһен биреп кенә ҡалманыҡ, төрлө һөйләштәрҙә нисек яңғырауын да күрһәттек.
“Яңы көн – яңы һүҙ” тигән рубрика уҡыусыларыбыҙҙы битараф ҡалдырманы. “Лайыҡ”тарын йәлләмәнеләр, репост эшләнеләр, комментарий яҙҙылар, тел сартлаттылар, ғәжәпләнделәр, яҙып алдылар, дуҫтары менән бүлештеләр, көлдөләр, ышанманылар, хупланылар, кире ҡаҡтылар. Иң мөһиме – битараф ҡалманылар! Был рубрика тирәләй һәр саҡ йәнле һөйләшеү барҙы. Башта комментарийҙарҙа “Һе, был ниндәй яңы һүҙ булһын инде?!” тип шикләнеп ҡараусылар ҙа һуңғараҡ үҙ төбәгендәге йәнле һөйләш өлгөләрен теркәй башланы.
Башҡорт телендә “көрҫ-марҫ”, “арғазымбай”, “мөзөрөңкө” һүҙҙәре бармы? “Көрҫ-марҫ” һүҙе, мәҫәлән, күптәрҙе аптырауға һалды. Ә ул һаҡмар һөйләшендә – “уңған”, ә “мөзөрөңкө” бөтөрөнөп, бойоҡ йөрөү тигәнде аңлата. “Арғазымбай” – дим һөйләше буйынса умырзая.
“Яңы көн – яңы һүҙ” рубрикаһындағы ошондай һирәк осраған һүҙҙәргә Башҡорт теленең диалекттары һүҙлегендә тап булдыҡ. Рубриканы алып барыуҙа тап әлеге һүҙлек ярҙамға килде. 432 битлек был хеҙмәт Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан 2002 йылда сығарылған.
“Башҡорт диалекттары һүҙлеге” 1928 – 1946, 1960 – 1982 йылдарҙағы экспедициялар һәм командировкалар ваҡытында халыҡтан йыйып алынған материалдан төҙөлгән. Унда Башҡортостан Республикаһында һәм уға йәнәш урынлашҡан төбәктәрҙә – Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердлов, Ҡурған, Һарытау, Һамар өлкәләрендә, Пермь крайында, шулай уҡ Татарстан Республикаһында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләү теле өлгөләре тупланған. Һүҙлектә бөтә башҡорт һөйләштәренең лексик һәм фонетик-морфологик үҙенсәлектәре билдәләнә.
“Диалекттар һәм уларға ҡараған һөйләштәр – әҙәби телгә әленән-әле һут биреп, уны тулыландырып торған тамырҙар улар. Әҙәби тел дөйөм халыҡ һөйләү телендә киң таралған һәм, һөйләштәрҙә булып та, әҙәби телгә әлегә ҡәҙәр алынмаған үҙенсәлекле һүҙҙәр иҫәбенә байый барырға тейеш,” – тип яҙа был хеҙмәттең авторҙары.
Сәхифәбеҙҙе уҡып барған тоғро дуҫтарыбыҙ “Яңы көн – яңы һүҙ” рубрикаһын һүҙлеккә инмәгән матур өлгөләр менән байытты. Ҙур рәхмәт уларға! Бына, мәҫәлән, сынаяҡ. Уның өҫтөн төрлө яҡтарҙа туҫтаған, тутаҡан, сәйтустаҡ, тустаҡ, тустаҡ соҡоро, туҫағөҫтө, шәшке сөмө, шәшке соҡоро, шәшке өҫтө, сөңкә, соҡыр, соҡорса, ә аҫтын бәлдә, сыная ҡаһты, жәйенкә, жәйеңке тип әйтәләр икән.
“Беҙ икеһе бергә булған саҡта “сынаяҡ” тип әйтәбеҙ. Айырым булғанда, шәшке өҫтө, шәшке аҫты. Мәҫәлән, сәйеңде һыуытып, аҫтына ҡойоп эс. Сәй тәмле була ул, шәшке аҫтына һалып, яйлап эсһәң”, – тип яҙҙы Тағура Байназарова.
Рита Аҡбулатова яҙыуынса, ҡыйғылар “сөңкәгә сәй яҫап, уны жәйкәгә һалып шөбөрҙәтеп эсә”. Мәсетлеләр “сәйҙе сөңкәгә яҫап, жәйпәккә һалып эсәләр”, ти Лена Фазылова. “Сөңкәгә сәй яһайбыҙ, сынаяҡҡа ҡойоп эсәбеҙ, ти торған инек элек”, – тип әңгәмәгә ҡушылды Зөләйха Мөхтәрова. Фәнүзә Ишбаева әйтеүенсә, “Бөрйәндә сынаяҡтағы эҫе сәйҙе сынаяҡ аҫтына ҡойоп, әҙерәк һыуытып, эсеп туйғас, өҫтөн аҫтына түңкәреп, тороп китәләр”.
“Йылдар үткән һайын әҙәби телдең үҫеше, һөйләш һәм әҙәби тел араһындағы бәйләнештең көсәйә барыуы, айырым һөйләш һәм диалект вәкилдәренең тығыҙ бәйләнеше, аралашыуы ерле тел күренештәренең юғалыу процесын тиҙләтә”, – тип борсола диалекттар һүҙлеге өҫтөндә эшләгән ғалимдар.
Ысынлап та, рубрикабыҙҙа әле һирәк осраған, шунлыҡтан да сәйер тойолған һүҙҙәрҙе күреп, “Бындай һүҙҙәрҙең кәрәге юҡ инде хәҙер. Кемгә хәжәт?” тип танау сирыусылар ҙа булманы түгел, булды. Ундай комментарийҙарға актив ҡулланыусыларыбыҙ үҙҙәре үк тапҡыр яуап биреп барҙы: “Шәжәрәгеҙҙә яҙылған олатайҙарығыҙ шулай һөйләшкән икән, “перебор” түгел. Беҙ генә бөгөн тыуғанбыҙ, ә телебеҙ быуаттарҙан килә, бик боронғо!” – тип яуапланы “Венера Ситдиҡова ижады” сәхифәһе.
Иң күп комментарийҙар йыйған һүҙ – “сәйгүн” булды: 80-дән ашыу комментарий яҙылған. Күпселек сәйҙе сәйнүктә ҡайната икән, кемделер ҡомғанды өҫтәлгә ҡуйыу аптыратты, “баҡырса” һүҙен был мәғәнәлә тәүгә ишетеүселәр ҙә бар. Дим буйында “баҡырса” – ул ижау, аш сүмесе икән.
“Яңы көн – яңы һүҙ” рубрикаһында ҡойҡа, ҡаҙылыҡ, күбек май кеүек милли ризыҡтарыбыҙ рецептары менән дә бүлеште уҡыусылар. Был ризыҡтарҙың атамалары төрлө булған кеүек, һәр яҡта уларҙы әҙерләү ҙә үҙенсәлекле. Оҫтабикәләр үҙ алымдары менән уртаҡлашты.
Шулай уҡ башалтай йә йөнойоҡ, буръяҡ, ҡорған, сепрәк балаҫ, өләсәй, күлдәк һүҙҙәре аҫтында айырыуса йәнле әңгәмәләр ҡоролдо. “Бәүелсәк” һүҙе лә утыҙҙан ашыу комментарий йыйҙы. Ойотҡо – әсетке, асылыҡ, апара, ҡатыулыҡ, баш, ҡур, куырдык, ойомой, сөпрә. Ни тиклем бай телебеҙ! Эльвира Байназарова: “Ҡыҙыҡ хәл булды ошо һүҙ менән, ауылда ойотҡоно баш тип йөрөтәләр: әсәйем килененән һорай: “Икмәкте үҙең һалып алаһыңдыр ул, килен?” Килендең яуабы беҙҙе бер ни тиклем көлдөрҙө: “Юҡ, ҡәйнәм, икмәк һалырға башым юҡ шул, һалыр инем”, – тип яҙа.
“Яңы көн – яңы һүҙ” тигән рубрикабыҙҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барған әүҙем уҡыусыларыбыҙ Тәғүрә Байназарова, Ғәҙилә Бүләкова, Мөнирә Атанбаева, Вәсилә Камалтинова, Айбулат Ишназаров, Гүзәл Искәндәрова, Рәсимә Сәғитова, Ирек Байғусҡар, Ғәзиз Фәхретдинов, Ғәшүрә Юлдашева, Фәтих Фәхретдинов, Альбина Йосопова, Айҙар Ишбирҙин, Шәһәрбаныу Ниловаларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тәғүрә Байназарова һәр һүҙгә бәйле матур хәтирәләре менән уртаҡлашып барҙы. Мәҫәлән, “Ширлек. Кис. Киске һауынды тамамлағас, ҡулдарына бәйләм алып биш-алты күрше инәй йыйылышып ширлеккә килеп ултырҙылар. Беҙ ҙә уларҙан ҡалышмай, яндарына йыйылдыҡ һәм киске уйынды башланыҡ. Яулыҡ менән күҙ бәйләп, һәпәләк уйнаныҡ. Кемдер шым ғына тубы менән килеп торған. “Һунарсы менән өйрәк”- те уйнаныҡ. “Йөҙөк һалыу”, “Йәшерәм яулыҡ”... Хәрәкәттә – бәрәкәт тигәндәй, уйнап туйып, ҡайтып киттек. Инәйҙәр ҙә бәйләмдәрен тамамлап, беҙҙең арттан бер- береһенә һаулыҡ теләп, хушлашып өйҙәренә таралды. Ширлек буш ҡалды. Тик ниңәлер таң атыуға ширлек урынында булмай, ышыҡҡараҡ – аулаҡҡа күсеп ултыра ине. Бының да үҙ сере бар: йәштәр гармун көйөнә йырлап, айлы кистәрҙә осраша...” Быны ул “эскәмйә” һүҙенә ҡарата яҙған, “эскәмйә” – уларса “ширлек”.
“Көйәнтә” һүҙе лә уҡыусыбыҙҙы матур хәтирәләргә алып ҡайтҡан: “Ултырып та иланым көйәнтәләр күтәргән саҡтарҙы иҫкә төшөрөп. Сабый саҡта көйәнтәләп һыуға барҙым, ҡайтҡан саҡта батты аяғым батҡаҡҡа, күтәргән һыуымды түкмәйем тип, ысҡындырманым көйәнтәне. Ишморат ағай сығарҙы мине батҡаҡтан.
Көйәнтәләге ике биҙрәләге һыуҙай саф, таҙа булһын шатлыҡтарыбыҙ.
Тормошта һәр бер йөктө тиң тартайыҡ”.
“Рубрикала сыҡҡан һәр бер бер башҡорт һүҙенән илһам, ҡеүәт алып, мая урынына булһа ла, һүҙҙәремде һаҡлайым”, тип яҙҙы беҙгә уҡыусылар. Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Тамара Ғәниева ла: “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген” йыйып барҙым. Асҡан һайын хайран ҡалам: башҡорт теле шул тиклем бай. Беләм икән тиһәм, 60-70 процент ҡына буғай белеүем”, – тигән комментарий ҡалдырҙы.
“Яңы көн – яңы һүҙ” рубрикаһында сыҡҡан һәр һүҙ матур, шулай бит? Халыҡ теле ифрат бай. Уның бар матурлығын, байлығын бәләкәй генә рубрикала асып бөтөрөү мөмкин түгел. Телде өйрәнгән һайын яңынан-яңы һүҙҙәр, үҙенсәлектәр табыла бара, тип яҙа ғалимдарыбыҙ ҙа. Был рубрика ла һеҙгә, хөрмәтле дуҫтар, телебеҙҙе артабан өйрәнеү, һаҡлау, байытыу өсөн этәргес булһа ине.
Үҙегеҙ йәшәгән төбәккә хас матур һүҙҙәр менән беҙҙе лә таныштырығыҙ, яҙып барығыҙ. Халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ рухи байлығын бергәләп өйрәнәйек!