Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ултырышында дөйөм тауыш биреү ысулы менән 2021 - 2031 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителде. Ултырышта әйтелгән тәҡдимдәр менән тулыланып, уның тексы йәмәғәтселек иғтибарына ирекле даирәгә тәҡдим ителәсәк.
Ултырыш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкселегендә уҙҙы. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Ул стратегияның йөкмәткеһен ыңғай баһаланы, ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгәнен билдәләне.
“Стратегия менән, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың ошондай уҡ документтары менән танышып, шуны әйтә алам: Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы идеологик һәм сәйәси тайпылыштарҙан азат, ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән. Логик йөкмәткеһе етди нигеҙле, теүәл маҡсаттар, саралар планы бар. Йәмәғәтселек тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуҙың аныҡ юлы күрһәтелгән. Документты ыңғай баһалайым”, — тине Азат Бадранов.
"Бөгөн күптән көтөлгән һәм уның буйынса оҙаҡ фекер алышынған документ – 10 йылға Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһы ҡабул ителде. Һәр документ кеүек үк, уның буйынса ла йәмәғәтселектә фекер алышыуҙар, бәхәстәр булды. Беҙгә күптәр үҙ фекерен белдереп яҙҙы, йәмәғәт ойошмалары материалдарын ебәрҙе. Ике йыл буйы тиерлек Стратегия концепцияһы, уның үҙе буйынса ҙур эш башҡарылды һәм бөгөн ул ҡабул ителде. Был һәр башҡорттоң ошо уртаҡ эшкә йәлеп ителеүенә бәйле. Беҙҙең Стратегияның үҙенсәлеге шунда - уның менән бергә Саралар планын да ҡабул иттек. Ул идеологик йүнәлтмәләрҙе аныҡлаштырасаҡ, стратегик күҙаллау аныҡ проекттарҙа сағылыш аласаҡ, теге йәки был сараларҙы дәүләт программаһына индереү, ошо проекттар менән федераль, төбәк грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн нигеҙ булып торасаҡ, йәғни башҡорт халҡының төрлө өлкәләрҙә үҫеше өсөн комплекслы эш алып барыуға мөмкинлек асасаҡ. Стратегияны төҙөүҙә ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Һуңғы версияны Башҡортостан Фәндәр академияһы тәҡдим итте. Стратегияны Башҡорт тарихы йылы алдынан ҡабул итеүебеҙ ҙә оло мәғәнәгә эйә", – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы йөкмәткеһе үҙгәрештәр кисереүе ихтимал. Документты тулыландырыу ихтыяжын күҙәтеү Башҡортостанда, башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә барасаҡ.
Ҡоролтай ағзалары башҡорт халҡы өсөн мөһим булған документҡа ҡарата фекерҙәрен, тәҡдимдәрен, теләктәрен еткерҙе.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.