Бөтә яңылыҡтар
24 Декабрь 2020, 12:37

Француз ҡыҙы Миколье башҡорт теленә ғашиҡ

"Башҡорт теленең аһәңлелегенә, моңлолоғона таң ҡалдым. Киләсәктә уны өйрәнергә теләгем ҙур”.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған махсус мәғариф учреждениелары булдырыу эше башланды.
Бөгөн беҙҙә ошондай өс белем усағы уңышлы эшләп килә. Яңы йыл каникулынан һуң дүртенсе полилингваль мәктәп Нефтекама ҡалаһында үҙ уҡыусыларын ҡабул итәсәк. 2021 йылда улар Хәйбулла, Баймаҡ райондарында ла асылырға тейеш. Ә 2024 йылға тиклем полилингваль мәктәптәр ун ҡала һәм биш район үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге көндә полилингваль белем биреү йүнәлешендә уңышлы эшләгән өс мәктәптең береһе – 162-се смарт-мәктәп Өфөнөң Сағыу биҫтәһендә урынлашҡан. Бында уҡыусыларға сит илдән килгән уҡытыусылар ҙа белем бирә.
Мәҫәлән, француз теленән Париж ҡыҙы Миколье Соранн исемле педагог уҡыта. “Рәсәйҙә мин ни бары ярты йыл. Башҡортостанға килгәс, башҡорт теленең аһәңлелегенә, моңлолоғона таң ҡалдым. Минең туған телем донъяла иң матур телдәрҙең береһе тип һаналһа ла, башҡорт теленә ғашиҡ булдым. Ике телде сағыштырғанда, оҡшаш өндәр ҙә бар. Киләсәктә башҡортса өйрәнергә теләгем ҙур”, – ти Миколье.
Уның коллегаһы Робин Рот немец теле серҙәрен өйрәтә. “Өс йыл самаһы Рәсәй генә түгел, башҡа илдәр буйлап сәйәхәт итәм һәм балаларға, студенттарға белем бирәм. Немец телен ҡағиҙәләр генә түгел, мәҙәниәт аша ла өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән, йырҙар башҡарабыҙ”, – ти педагог.
Джереми Миллерҙың инглиз теле дәрестәрен дә балалар көтөп ала. Ул Америка – Башҡортостан интерколледжы менән килешеү нигеҙендә һабаҡ бирә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әлеге 162-се смарт-мәктәпте асҡан саҡта “киләсәктә полилингваль мәктәптәр белем биреү системаһының маяғына әүерелергә тейеш” тип билдәләгәйне. Күреүебеҙсә, бөгөн был йүнәлештә эшләгән мәктәптәр үҫә, яңы үрҙәргә ынтыла, ҡыйыу рәүештә яңылыҡтарҙы һынап ҡарай.
Фото: yeshlek.rbsmi.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: