Телгә һөйөү ғаиләлә һалынырға тейеш. Шул сағында ғына ул тотороҡло була. Йорттарында тел һөйәрлек мөхите булдырған һәм үҙ-ара саф башҡортса аралашҡан ғаиләләр барлығы ҡыуандыра. Бүребай ауылында йәшәүсе Рәфис һәм Нурия Байғужиндар шундайҙар иҫәбендә. Улар Динә, Айгүзәл һәм Ильяс исемле балалар тәрбиәләй. Ғаилә башлығы “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтендә эшләһә, Нурия әлеге мәлдә өйҙә балалар тәрбиәләй. Был ғаиләлә аралашыу тик башҡортса, шуға күрә унда ҡанат нығытҡан балалар үҙ туған телен яҡшы белә.