Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2020, 15:53

“Нурбостан” нимә хаҡында?

Беренсе башҡорт телевизион мультипликация сериалын балалар ҡасан ҡарай аласаҡ?

“Тамыр” балалар телеканалы “Нурбостан” тип аталған беренсе башҡорт телевизион мультипликация сериалын тәҡдим итте, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Бер нисә сериянан торған йәнһүрәттең төп геройҙары – ете тылсымлы йән эйәһе. Улар араһынан Йәнур, Ихнур, Уйнур, Һомай һәм Ахнур ыңғай геройҙар булһа, Тайболот менән Ҡуйболот уларға ҡаршы тора. Анимация фильмының сценарийын Гөлнара Хәлфетдинова менән Гөлназ Ҡолһарина яҙған. Композиторы – Айҙар Хәмзин, рәссамы – Дамир Мөхәмәтйәров. Йәнһүрәттең һәр бер серияһы Башҡортостандың билдәле брендына йәки тарихи ваҡиғаға арналған.
Был башланғыс Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына тормошҡа ашырылған. Йәнһүрәт сериалы Яңы йыл каникулдарында тулыһынса күрһәтелә, ул башҡорт телендә рус һәм инглиз субтитрҙары менән барасаҡ.
Фото “Бәйләнештә”ге “Нурбостан” төркөмөнән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: