Бөгөн республикабыҙҙа башҡорт телен үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ауыҙыбыҙға төшкән һары майҙы уйлап, аҡыл һәм тырышлыҡ менән йоторға тейешбеҙ. Телебеҙҙе һаҡлап, артабан үҫтереүгә бөтә көсөбөҙҙө йүнәлтеп, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына, уларҙы киң ҡулланыуға, телебеҙҙе байытыуға быға тиклем һүлпәнәйә башлаған иғтибарыбыҙҙы ҡәтғи үҙгәртеү кәрәк буласаҡ.
Көндәлек һүҙҙәрҙе белеү фарыз
Был тәңгәлдә беренсе сиратта гәзит-журнал, радио һәм телевидение, нәшриәт хеҙмәткәрҙәренең, яҙыусы һәм уҡытыусыларҙың яуаплылығы талап ителә. Республика Башлығы башҡортса сығыш яһай, башҡаларҙан да шуны талап итә. Был хуплауға лайыҡ.
Үкенескә ҡаршы, гәзит-журнал биттәрендә, радио һәм телевидение тапшырыуҙарында һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланмау, яңылыш һөйләү, сит тел йәки рус һүҙҙәрен файҙаланыу йышайҙы, ул хатта ғәҙәти хәлгә әйләнеп китте.
Илебеҙгә килеп ингән афәт тураһында гәзит биттәрендә мәҡәләләр баҫыла, радио һәм телевидениенан тапшырыуҙар алып барыла. Тәжрибәле хәбәрселәрҙең телебеҙҙе белеп етмәүе ғәжәпләндерә.
Ғәмәлдә коронавирус – тажлы киҙеү, таж зәхмәт ул. Йәнә боронғо ауырыуҙарҙы урыҫсалап оспа, чума тип биреүҙәре лә аптырата. Оспа ул сәсәк ауырыуы була, чума ваба тип йөрөтөлгән, ул ауырыуҙар хәҙер беҙҙә юҡ. Чума һүҙендә ч өнө бар, ә бит “ч” өнө беҙҙең башҡорт телендә бөтөнләй юҡ. Ваба, сәсәк ауырыуы кеүек бик ҡурҡыныс сир, тиф ауырыуы бик күп кешене алып киткән.
Журналистар грипп тип яҙа, һөйләүҙә лә шулай ҡулланалар, ә халыҡ телендә ул киҙеү, береһенән икенсеһенә күсеп йөрөгәнгә уны “рәт киҙеүе” тип тә әйтәләр. Күҙ сире, күҙ биҙгәге бик күп булған элек – урыҫса трахома була. Тапма йәки биҙгәк ауырыуы, ҡара үпкә (ҡарүпкә) йәки сихот – үпкә сире. Балалар сире – ҡыҙылса, һыу сәсәге һәм башҡалар.
Көндәлек һүҙҙәрҙе насар белеү журналистарға хас булырға тейеш түгел. “Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү насар”, ти халыҡ. Һәр хәбәрсенең өҫтәлендә һүҙлек ятырға тейеш тә һуң.
Совет власының тәүге йылдарында әҙәби тел нормаларын эшләгәндә ч өнөнөң башҡорт телендә юҡлығына иғтибар итмәгәндәр, күрәһең. Шуға күрә Учалы районы булып киткәндер, моғайын. Был ерлектә күпләп сыҡҡан юша ташы исеме менән Юшалы районы булыуы дөрөҫөрәк булыр ине, ти халыҡ. Хатта был ерлектә Юшалы тип йөрөтөлгән ауыл да бар икән.
Мөҡәддәс бурыс
Телевизорҙан елем һүҙен “клей” тип, хатта “клеить итәм” тип тә ебәрәләр. Паром һүҙен йыш ишетергә һәм гәзит биттәрендә лә күрергә була. Ул башҡортса борам була. Ике ағас кәмәне беркетеп, тимер сым менән тарттырып, сым ҡулсаға уралып боролоп барыуы менән кәмәләр йөрөтөлә, тик ул пар менән түгел. Хәҙер ундай борамдар юҡ инде, мотор кәмәләре генә. Әммә уны иҫкесә борам тип әйтеү ҡыйын түгел, йә яңы исем ҡушылһын ине.
Гәзит биттәрендәге кеүек радио һәм телевидениела ла ер, һыу, ауыл, ҡала исемдәрен Ыҡтамаҡ урынына – Усть-Икин, Көньяҡ Уралды – Зауралье, Дим районын Дема тип һөйләйҙәр. Улар туранан-тура урыҫ теленән тәржемә итеп әйтәләр һәм яҙалар. Борай районында билдәле профессор Мөсәллиә Ғәли ҡыҙы Хәйруллинаның ауылы Ҡушкүл тип аталған, ә уны хәҙер “Кашкалово” тип йөрөтәләр. Бында кем ғәйепле? Үҙебеҙ түгелме? Бындай хаталар теге йәки был атаманың мәғәнәһен белмәүҙән килеп сыға ул.
Һәр гәзиттә тиерлек хәҙер “Сканворд” исеме менән “Табышмаҡ” бирелә. Әммә күп кенә һүҙҙәрҙе башҡортса белмәүҙәре арҡаһындалыр тип уйлайым, сит һүҙҙәрҙе лә ҡыҫтырып ебәрәләр. Миҫал: Силәбе өлкәһендәге йылға исемен, “Сим” тип алғандар, ә ул элекке Башҡортостан ерендәге Еҙем йылғаһы була. Конкурста еңеүселәргә ни бирелә? “Приз” һүҙе тура килә. Конкурс – ул ярыш, бәйге, ә приз бүләк була түгелме һуң?
Матбуғатта “ҡырағай бал” тип яҙалар. Урыҫсанан “дикий мед” һүҙбәйләнешен туранан-тура тәржемә итеп ҡулланыу туған телеңдең бәҫен төшөрөү, йәмен бөтөрөү була. Беҙҙеңсә, ул солоҡ балы. Минераль һыу башҡортса “татырлы һыу” тип әйтелә. “Хобби” тип тә ебәрәләр. Ул үҙебеҙҙең телдә “яратҡан шөғөл”.
Телебеҙ шул тиклем бай, уның байлығын бизмәнгә һалып үлсәп булмай, уны белеү, өйрәнеү, дөрөҫ ҡуллана белеү кәрәк. Тик кем нисек теләй шулай итеп үҙгәртергә ярамай. Телде бүтән тел иҫәбенә түгел, мөмкин тиклем үҙебеҙҙең күп яҡлы һүҙҙәребеҙҙе ҡулланып байытыу – журналистарҙың, яҙыусыларҙың, телсе-ғалимдарҙың, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең мөҡәддәс бурысы.
Беҙҙең телдә төрлөсә яҙылып бер мәғәнәлә ҡулланылған һүҙҙәр күп. Мәҫәлән: ғүмер заяға үтте (әрәм). Аҡсаңды юҡ-барға тәләфләмә. Ваҡытыңды бушҡа исрафлама (исраф итмә), йәғни әрәм итмә. “Ул ғүмерен колхоз эшенә сарыф итте, бағышланы, бирҙе” тигәнде аңлата.
Телдең кәме-артығы юҡ...
Пояс һүҙе лә ишетеп ҡала ҡайһы саҡ. Ул билбау – билдең бауы, ҡайһы бер ерҙә билғау тип тә әйтәләр. Бында “б” өнө “ғ” өнө менән алмаштырылған, бындай хәл телдең үҫеү тарихына бәйле.
“Минең халҡым, аҡ биләүгә төрөп,
Ҡаршы ала тыуған бәпесте...”
тип яҙа минең яратҡан, шиғырҙарын һоҡланып уҡыған милли рухлы шағирә Зөлфиә Ханнанова. “Биләү” һүҙе бәйләү һүҙенән килеп сыҡҡан булырға тейеш, шуға күрә шиғырҙағы кеүек “аҡ биләүгә төрөп” тип әйтеү бик үк тап килмәй, минеңсә. Яңы тыуған баланы эстән йоҡа йүргәккә төрәләр ҙә, тыштан мамыҡ юрғанға урап (юрған, күрәһең, асылып китмәһен өсөн), аҡ сепрәктән (буҫтауҙан) махсус бау теккәндәр һәм баланы тыштан бәйләгәндәр, йәғни биләгәндәр. Бәлки, ҡайһы бер яҡта шулай әйтеләлер, диалект һүҙелер. Шулай ҙа был һүҙгә аңлатма биреп китәйем.
“...Аҡ биләүҙәргә биләгән
Бәхетле бул, тимәгән” тип йырлана. Күрәһең, автор биләү һүҙенең мәғәнәһен аңламаған, йә еңеллек өсөн шулай яҙғандыр. Ә Силәбе яҡтарында ул былай йырлана:
“...Аҡ биләүҙәр мен(ән) биләгән,
Бәхетле бул, тимәгән”, – бында биләү һүҙенең дөрөҫ мәғәнәһе һаҡланған.
Үҙ телеңде белеү – ул иң юғары милли тойғо, туған тел – милли тойғо тәрбиәләүҙә төп сара. Телен хөрмәт итмәгән – милли тойғонан бөтөнләй мәхрүм ителгән кеше ул. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө заманда һәр кем бөтә милләт кешеһен дә дуҫ, бөтә телдәрҙе лә тиң күрергә тейеш, бының өсөн иң тәүҙә үҙ телеңде, милләтеңде тәрән яратыу фарыз.
Милли тойғоноң ни икәнен белмәгән кеше башҡа милләт кешеһенең дә тойғоларын аңлай алмай. Ә бит башҡа халыҡтарҙың булмышын, йәшәйешен хөрмәт иткәндә генә, һин үҙ милләтеңдең ысын, тоғро вәкиле була алаһың. Ә инде үҙ телеңде онотоу йә булмаһа бүтән тел һүҙҙәрен ҡатнаштырып һөйләшеү, бер ҡарағанда, ғәйеп түгел кеүек күренһә лә, кешенең тәбиғәтен, күңел сафлығын асыуҙа оло дәлил булып тора.
Тыуған илде һөйөү, тоғролоҡ туған телдән башлана. Шулай булғас, кешенең үҙ теленә булған мөнәсәбәте шәхси мәсьәлә түгел, уның бик ҙур ижтимағи әһәмиәте бар. Телдең кәме-артығы юҡ. Бөтә телдәр ҙә бер үк ихтыяждан, халыҡтың үҙ-ара аралашыу, аңлашыу ихтыяжынан барлыҡҡа килгән, шул ихтыяжды кешеләр меңдәрсә йылдар үтәп килә.
Донъялағы һәр тел үҙ халҡының тормош талабына яуап бирерлек кимәлдә камил. Мәҙәни кимәле бик түбән булған кеше генә теге йәки был телде кәмһетергә тырыша, ләкин телде кәмһетеп булмай, ундай кеше үҙен генә кәмһетә. Бындай кеше мәҙәниәтле лә, илһөйәр ҙә була алмай, бер милләт араһына ла инеп йәшәй алмай. Тимәк, телде яратыу – ул һәр кемдең иң бөйөк кешелек сифаты. Быны һәр яҙыусы, журналист, уҡытыусы, атай-әсәй, ғөмүмән, кешемен тигән кеше белергә тейеш. Әҙәм балаһы үҙ телендә һөйләшә икән, фәҡәт саф туған телеңдә әйтеү кәрәк, сит телдә өндәшәһең икән, ул телдә лә хөрмәт йөҙөнән таҙа мөрәжәғәт итеү зарур. Һәр телдең дә ҡәҙерен белеү, ихтирам итеү мөһим.
Тел ҡөҙрәтен бирсе, Хоҙай, халҡым
өсөн,
Ғәмһеҙҙәрҙең күңел ҡылы ҡаҡһын өсөн,
Үлән кеүек халҡым ҡабат ҡалҡһын өсөн,
Тел ҡөҙрәтен бирсе, Хоҙай, халҡым
өсөн.
(Зөлфиә Ханнанова, “Халҡым” шиғырынан).