Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 23:31

Шайморатов генералға һәйкәл ниндәй булыр?

*

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле проектын тәҡдим иткән конкурсанттарҙың эштәрен ҡарау тамамлана. Ул киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәсәк.
Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ҡуйыласаҡ. Конкурсҡа йәмғеһе егермегә яҡын эш килгән.
Скульпторҙарҙың барыһы ла генерал-майорҙы атҡа ултырған килеш һынландырған. Миңлеғәле Шайморатовтан тыш, ҡайһы бер проекттарҙа 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре, һуғыш яланы ла бар.
Һәйкәл яҙмышына битараф булмаған һәр кем был тарихи мәлдә ҡатнаша ала: уларға урында баһалау ҡағыҙы таратып бирелә, һәр эште 10 балл системаһы буйынса баһаларға тәҡдим ителә.
Автор фотоһы.
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: