Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 23:47

Рәми Ғариповтан “сәләм”

Илленсе йылдар башында яңы институт бөткән, һуңғараҡ билдәле генә шағир булып китәсәк йәш белгесте Матрай районының Һабыр мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға ебәргәндәр. Буласаҡ шағир йыш ҡына үҙ дәресенә әҙерләнеп килмәгән уҡыусыларын: “Һеҙҙең башҡорт телегеҙ күрше Байғужаға еткәнсе генә кәрәк, Ивановкала һеҙҙе бер кем дә аңламаясаҡ”, – тип әрләр булған.

Илленсе йылдар башында яңы институт бөткән, һуңғараҡ билдәле генә шағир булып китәсәк йәш белгесте Матрай районының Һабыр мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға ебәргәндәр. Буласаҡ шағир йыш ҡына үҙ дәресенә әҙерләнеп килмәгән уҡыусыларын: “Һеҙҙең башҡорт телегеҙ күрше Байғужаға еткәнсе генә кәрәк, Ивановкала һеҙҙе бер кем дә аңламаясаҡ”, – тип әрләр булған. Был турала миңә уның элекке уҡыусылары көләмәс һымағыраҡ итеп һөйләгәйне.

Совет осоронда туған телгә ҡараш шулайыраҡ булды инде. Ул яҡтан мин үҙемде бәхетле һанайым: беренсенән, унынсыны бөткәнсе бөтә фән­дәр­ҙе лә башҡортса уҡыным. Наҙан да ҡал­маным: Мәскәүҙә геология-разведкалау институтын тамамлап, илебеҙҙең иң алдынғы тау предприятиеларында етәкселәр рәтендә йөрөнөм. Ләкин бөгөн һүҙем икенсе турала ине.

Бер йылы элекке ҡағыҙҙарымды барлап ултырғанда мәктәп йылдарынан ҡалған дәфтәрҙәрем араһынан дүрткә бөкләнгән бер ҡағыҙ килеп төштө. Ситтәре туҙа башлаған был ҡағыҙ битен асып ҡарап ғәжәпләнеүемде күрһәгеҙ! Ул яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың үҙ ҡулдары менән яҙылған бөтә халыҡҡа киң билдәле “Туған тел” шиғыры булып сыҡты. Аптырау­ҙан ултыра төштөм, ә үҙем иҫемә төшөрә алмайым да ҡуям: ҡайҙан килеп эләкте икән миңә был ҡиммәтле ҡомартҡы? Шағир менән күп осраштым тип маҡтана алмайым. Өфөлә 1-се мәктәп-интернатта уҡығанда бер-ике тапҡыр күреп ҡалдым.

1-се мәктәп-интернатҡа мин физика, математика кеүек теүәл фәндәрҙән нығыраҡ белем алырмын тигән хыял менән барғайным. Әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә апай Зайлалова миндә ниндәйҙер һәләт тойоп, уҡыу башланыу менән, көсләп тигәндәй, әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөтә башланы. Аҙаҡтан минең үҙемә лә оҡшап китте, унынсы класты тамамлағансы уны ташламаным.

Интернатҡа осрашыуға яҙыусылар, сәнғәт оҫталары бик йыш килә торғайны. Фәрит Иҫәнғолов, Сәғит Агиш, Мостай Кәрим мәктәп-интернатҡа юлды бер ваҡытта ла һыуытманы. Уларҙың килеүенә беҙ ҙур итеп стена гәзиттәре сығарып ҡуя торғайныҡ. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры ла беҙгә шулай килеп эләккән булырға тейеш. Шиғырҙың исеме аҫтына өҫтәп яҙылған “мәктәп­тәштәремә” тигән һүҙ ҙә быға дәлил булғандай, сөнки был шиғыры ингән бер китабында ла был арнау һүҙе бүтән ҡабатланмай.

Был шиғыр, 1956 йылда уҡ яҙылһа ла, шағир үҙе тере саҡта айырым танылыу тапманы бит. Уҙған быуат аҙағында, туған телгә әһәмиәт бирә башлағас ҡына, ҙур сәхнәләргә сығып һөйләй башланыҡ. Ә Рәми был шиғырын үҙе бик яратҡан.

Телебеҙҙең меңәр йыллыҡ тарихы бар. Ошо ваҡыт эсендә һүнмәй беҙгә тиклем килеп еткән икән, ниңә һуң беҙ уны һаҡлап ҡалыу өсөн көс һалмаҫҡа тейеш? Йәштәр үҙ-ара башҡортса аралашһа, үҙ милләтенән булған егет йәки ҡыҙ менән ғаилә ҡорһа, был да телебеҙҙе һаҡлауҙың бер сараһы бит. Белегеҙ: телде онотоуҙың төп сәбәбе ғаиләгә барып тоташа, телгә һөйөү ҙә иң тәүҙә ғаиләлә тәрбиәләнә. Ниндәй генә милләт вәкиле булмаһын, ул үҙ теленә хөрмәт менән ҡарарға тейеш.

Сибай ҡалаһы.
Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ
Читайте нас: