Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 23:21

Милләтебеҙҙе хәстәрлектән өҙмәне

*

Күренекле тел белгесе, фән докторы, профессор, танылған яҙыусы Зиннур Ураҡсиндың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Хәҙерге башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк проблемалары” тип аталған республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторолдо. Сара Башҡорт теле көнөнә арналды.
"Һәр этностың рухи мәҙәниәтенең төп факторы, уның милли үҙаңының кимәле, ҡаҙанышы, үҙеңә хөрмәт иң беренсе туған телеңә ҡарата мөнәсәбәттә билдәләнә, – тине Милли китапхана директоры, яҙыусының улы Юлдаш Ураҡсин. – Тел, мәҙәниәт, иҡтисад, дәүләтселек менән бер рәттән, халыҡты һаҡлау һәм үҫтереүҙә төп нигеҙ булып тора".
Зиннур Ғәзиз улы бар ғүмерен башҡорт телен үҫтереүгә бағышланы, Башҡортостандан ситтә ғүмер кисергән милләттәштәребеҙҙең киләсәген хәстәрләне, үҙе тыуып үҫкән Төйлөгән районының Мәҡсүт ауылы (Ырымбур өлкәһе) менән дә бәйләнешен өҙмәне.
Сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты буйынса сығыш яһаны.
Зиннур Ураҡсиндың исемен мәңгеләштереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарылған. Өфө ҡалаһы урамдарының береһенә, Федоровка районының Һәйет ауылы мәктәбенә ғалимдың исеме бирелеүе - быға асыҡ миҫал.
Фото: tuva.asia
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: