Бөтә яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 23:12

“Халыҡ шағирының телен белмәү мөмкин түгел!”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ҡәберендә һәйкәл асыу сараһы уҙҙы

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ҡәберендә һәйкәл асыу сараһы уҙҙы. Былтыр яҙ халҡыбыҙ башҡорт әҙәбиәте классигын һуңғы юлға оҙатҡайны...
Иҫтәлекле ваҡиғала шағирҙың ҡәләмдәштәре, дуҫтары, туғандары ҡатнашты, әҙәбиәт аҡһаҡалын һәм уның ижадын хәтергә төшөрҙөләр. Халыҡ шағирының исемен ғорур йөрөткән 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары әҙиптең һоҡланғыс шиғырҙарын яттан һөйләне. Мемориалды ҡуйыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте булышлыҡ күрһәткән, тип хәбәр итә BashNews.
Рауил Бикбаевтың тормош иптәше Фәриҙә Бикбаева шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ярҙам иткән һәр кемгә, шиғриәт һөйөүселәргә рәхмәт белдерҙе. “Мин уның менән бәхетле, сағыу тормош кисерҙем. Рус телендә яҙған мәҡәләләрен миңә лә тикшерергә бирә торғайны. Башҡортса бер класс уҡымаһам да, башҡорт телендә яҙылғандарын да уҡыным, телде үҙаллы өйрәндем. Халыҡ шағиры менән ғүмер кисереп, нисек уның телен белмәҫкә мөмкин?” - тине әҙиптең тормош юлдашы.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: