Бөтә яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 21:30

Интернетта «Башҡорт теленең ниндәй диалектында һөйләшәһең?» тигән тест үтергә мөмкин

Диалектыңды белеү өсөн һылтанма буйынса тест үтергә мөмкин.

Республикала Башҡорт теле көнө уңайынан тест үтергә мөмкин булған сайт эшләй башланы. Ул һинең ниндәй диалектта һөйләшеүеңде билдәләй – төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ йәки көнсығыш. Бөгөн 720-нән ашыу кеше тест үткән дә инде.
«Башҡорт телендә өс диалект бар: Урал аръяғы, көньяҡ һәм төньяҡ көнбайыш. Ошо өс диалектлы төҙөлөш – дөйөм ҡабул ителгән ғилми факт. 80-се йылдарҙа Өфөлә Рәсәйҙең билдәле төркиәтселәре ҡатнашлығында уҙған бөтә союз диалектология конференцияларында диалекттар тураһында шундай ҡарарға килгәндәр», — тип хәбәр итте тест авторҙары.
Диалектыңды белеү өсөн һылтанма буйынса тест үтергә мөмкин.
Читайте нас: