Һәр милләт балаһы мотлаҡ үҙенең туған телендә аралашырға, уҡырға тейеш. Әгәр башҡорт ғаиләһендә тыуҙы икән – уның белем алыу теле лә башҡорт теле булырға тейеш. Хәҙерге заманда башҡорт уҡыусыларының рус класында уҡыуы ҡатмарлы мәсьәләгә әүерелә бара. Әлбиттә телгә өйрәтеү ул бер белем биреү усағының ғына түгел, ата-әсәләрҙең, өләсәй-ҡартатайҙарҙың, бөтә ғаиләнең, хатта ауылдың, мөхиттең эше. Башҡорт теле көнө уңайынан ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында балалар баҡсаларының, мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фекерҙәрен белештек.
Рәзилә Бәҙретдинова, Һамар мәктәбе:
–Ата-әсәләргә, олатай-өләсәйҙәргә балалар менән тик башҡортса һөйләшергә, улар менән бергәләп башҡорт телендә гәзит-журналдар, китаптар уқырға, башҡортса йәнһүрәт ҡарарға, туған телдә йырҙар тыңларға, йырларға кәңәш итәм. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡайһы бер балалар мәктәптә уҡыған ваҡытта башҡортса һөйләшергә бик теләмәһәләр ҙә, ҙурайғас гел генә матур итеп үҙ телебеҙҙә аралашыуҙарын осратырға тура килде.Тимәк, ҙурая килә улар туған телебеҙҙең ҡәҙерен, уны һаҡларға кәрәклеген аңлай башлайҙар. Баланың туған телен өйрәнеүҙә ата-әсәләрҙең роле бик ҙур.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә танышығыҙ