Һәр милләт балаһы мотлаҡ үҙенең туған телендә аралашырға, уҡырға тейеш. Әгәр башҡорт ғаиләһендә тыуҙы икән – уның белем алыу теле лә башҡорт теле булырға тейеш. Хәҙерге заманда башҡорт уҡыусыларының рус класында уҡыуы ҡатмарлы мәсьәләгә әүерелә бара. Әлбиттә телгә өйрәтеү ул бер белем биреү усағының ғына түгел, ата-әсәләрҙең, өләсәй-ҡартатайҙарҙың, бөтә ғаиләнең, хатта ауылдың, мөхиттең эше. Башҡорт теле көнө уңайынан ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында балалар баҡсаларының, мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фекерҙәрен белештек.
–Беҙҙең баҡсала башҡорт телен өйрәнеү түңәрәге 2003 йылдан даими эшләй. Кескәйҙәр менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, мәҫәлән «Һаумы, һаумы әкиәт», «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, йола байрамдарын Ҡаҙ өмәһҽ, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Һабантуй үткәреү, башҡорт теле көнөнә ата-әсәләр менән берлектә «Йөрәк һүҙе»конкурсын уҙғарыу һәм башҡалар. Балаларыбыҙға туған телебеҙҙе үҙебеҙ өйрәтмәһәк, һөйөү уятмаһаҡ, быны беҙҙең өсөн сит халыҡ эшләмәйәсәк! Өйҙә башҡортса аралашһаҡ, бергәләп йәнһүрәт ҡараһаҡ, китап уҡыһаҡ, сабыйҙар өсөн туған телдәгебаҫмаларға яҙылһаҡ, бишек йырын йырлап ишеттерһәк, урыны менән мәҡәл аша тәрбиә бирһәк һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ ине тип уйлайым!