Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 12:54

Вариҫтарға мәңгелек бүләк

Туған телгә һөйөү, аралашыу теленә нигеҙ тәү сиратта ғаиләлә һалына, - ти Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы башҡорт теле уҡытыусыһы Йәмилә Хәйбуллина

Һәр милләт балаһы мотлаҡ үҙенең туған телендә аралашырға, уҡырға тейеш. Әгәр башҡорт ғаиләһендә тыуҙы икән – уның белем алыу теле лә башҡорт теле булырға тейеш. Хәҙерге заманда башҡорт уҡыусыларының рус класында уҡыуы ҡатмарлы мәсьәләгә әүерелә бара. Әлбиттә телгә өйрәтеү ул бер белем биреү усағының ғына түгел, ата-әсәләрҙең, өләсәй-ҡартатайҙарҙың, бөтә ғаиләнең, хатта ауылдың, мөхиттең эше. Башҡорт теле көнө уңайынан ошо һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында балалар баҡсаларының, мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының фекерҙәрен белештек.
Йәмилә Хәйбуллина, Аҡъяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһы:
–Туған телгә һөйөү, аралашыу теленә нигеҙ тәү сиратта ғаиләлә һалына тип иҫәпләйем. Ата-әсә – бала өсөн өлгө. Шуға күрә сабый тыуғас, уға мәғәнәле башҡорт исеме ҡушып, милли рухта, халыҡ педагогикаһына таянып тәрбиәләргә кәрәк. Сабый үҙ телендә яратыу, иркәләү һүҙҙәрен, әсәһенең, өләсәһенең бишек йырҙарын ишетергә тейеш. Ғалимдар иҫбатлауынса, бала әсә ҡарынында уҡ туған теленең һутын-моңон көн дә ишетеп торһа, теле асылыуға туған теленең өндәрен дөрөҫ әйтәсәк, телмәрендә тотҡарлыҡ булмаясаҡ. Оҙаҡ йылдар бәләкәстәр менән эшләп, шуны әйтә алам: туған телендә теле асылған, өләсәй-ҡартәсәй, ҡартатайҙарының телмәрен ишетеп, улар менән аралашҡан кескәйҙәр тиҫтерҙәренән ижади фекер йөрөтөүҙәре, һорауҙарға тулы яуап биреүҙәре, хәтер ныҡлығы менән айырыла. Ә дөрөҫ телмәр төҙөй белеү – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың төрлө яҡлы үҫеше өсөн мөһим шарт. Йәш ата-әсәләр, сабыйҙарығыҙ менән башҡортса аралышығыҙ, улар менән бергә бәләкәй китапсыҡтар ҡарап ундағы һүрәттәрҙең атамаларын дөрөҫ әйтергә өйрәтегеҙ, бергәләп йәнһүрәттәр ҡарағыҙ. Китап уҡығыҙ. Ҡараған йәнһүрәт һәм уҡыған әҫәр буйынса һорауҙар бирегеҙ, әңгәмәләшегеҙ. Ә өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәре менән бала телендә – русса һөйләшмәһендәр ине, саф башҡорт телендә халҡыбыҙҙың һөйгөстәрен әйтеп, уларҙы һөйөп-яратып торһалар, кескәйҙәр итәғәтле, тәрбиәле, телен ихтирам итеп үҫер ине тип уйлайым. Ололарҙың телмәре бала өсөн үрнәк икәнен онотмайыҡ.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә танышығыҙ
Читайте нас: