Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 11:46

Телгә һөйөү ғаиләлә һалына

Донъяла телдәр бик күп. Әммә кешенең туған теле, әсәһе кеүек, берәү генә.

Бөгөн илебеҙҙә тәртип, әхлаҡ емерелгән заманда “милли рух”, “милли байлыҡ”, “туған тел” төшөнсәләрен балаларҙың эске донъяһында нығытыу бик актуаль. Донъяла телдәр бик күп. Әммә кешенең туған теле, әсәһе кеүек, берәү генә. Туған телдәге тәүге өндө, тәүге һүҙҙе бала әсәнән ишетә. Тимәк, телеңә тоғролоҡ - әсәңә тоғролоҡ. Туған телдә дөрөҫ һөйләтергә өйрәтеү, уның бар нескәлектәрен бала күңеленә еткереү, туған телдең әһәмиәтен аңлатыу балалар баҡсаһынан үк башланырға тейеш.
Тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор
Беҙҙең “Бәпембә” балалар баҡсаһы коллективы туған тел аша рухлы, әхлаҡлы шәхес тәрбиәләү маҡсатын һәм балаларҙың туған телендә телмәрен үҫтереүҙе төп бурысы итеп ҡуя. Беҙ кескәйҙәрҙе баҡсаға килгән тәүге көндәрҙән үк туған тел серҙәренә өйрәтә башлайбыҙ. Баланың 1 йәштән - 3 йәшкә тиклемге аралығы, әгәр ҙә бала психик һәм физик яҡтан үҫешкән булһа, тел өйрәнеү өсөн иң отошло осор тип иҫәпләнә. Кескәйҙәр ошо ваҡытта үҙен уратып алған әйберҙәргә, телмәргә бик тә иғтибарлы була. Ул кешеләрҙең туған телендә һөйләшкәнен, аралашҡанын ишетеп үҫһә, тиҙерәк теле асыла. Яңы тыуған бала менән йыш аралашыу, һөйләшеү баланың төрлө яҡлап үҫешенә лә булышлыҡ итә.
Бала кесе йәштән үк әсә телен күңеленә һеңдерһә, бишек йырҙарын, халҡыбыҙҙың хазинаһы әкиәттәребеҙҙе тыңлаһа, йомаҡ, мәҡәлдәребеҙҙе ишетеп үҫһә, телмәре, аң - зиһене үҫешкән, башҡорт рухлы булып үҫәсәк. Баланы ауыҙ-тел ижады менән таныштырыу телмәр үҫтереү өсөн дә бик уңышлы алымдарҙың береһе тип һанайым. Мәктәпкәсә йәштәге бала тиҙ отоп алыусан, эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан,белергә теләүсән була, ошо ваҡыттың үҙенсәлеген файҙаланып,ни тиклем иртәрәк үҙ телебеҙҙә телмәрҙәрен үҫтереп, телебеҙгә һөйөү уятып өлгөрөр кәрәк.
Тулы мәҡәлә менән "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите биттәрендә танышығыҙ
Читайте нас: