Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 13:17

Ижади күстәнәс

Хөрмәтле «Хәйбула хәбәрҙәре» гәзите хеҙмәткәрҙәре. Башҡорт теле көнөнә ҡарата ике шиғырымды ебәрәм. Улар минең коллегаларым – башҡорт теле уҡытыусыларына бағышлап яҙылған. Районыбыҙҙа ең һыҙғанып эшләп йөрөгән уҡытыусылар бик күп. Шулар араһында бигерәк тә егәрле, кешелекле, ярҙамсыл булыуҙары менән айырылып тора улар.

Хөрмәтле «Хәйбула хәбәрҙәре» гәзите хеҙмәткәрҙәре. Башҡорт теле көнөнә ҡарата ике шиғырымды ебәрәм. Улар минең коллегаларым – башҡорт теле уҡытыусыларына бағышлап яҙылған. Районыбыҙҙа ең һыҙғанып эшләп йөрөгән уҡытыусылар бик күп. Шулар араһында бигерәк тә егәрле, кешелекле, ярҙамсыл булыуҙары менән айырылып тора улар.
Әбүбәкер ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы,
Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
Зөһрә Хәсән ҡыҙы Билаловаға
Таң атҡанда күккә бағам да мин
Зөһрә йондоҙона таң ҡалам:
Ҡайҙан ала шундай яҡтылыҡты
Бер яңғыҙы ҡалған саҡта ла ?!
Ҡояш ҡалҡыр мәлдән алда ғына
Таң йондоҙо күктә ҡабына.
Зөһрә йондоҙ ҡарай Ергә күктән.
Моңһоулана, Ерҙе һағына.
Үгәй әсәй ҡыйырһытҡан ҡыҙҙы
Серле төндә Ай бит ҡотҡарған.
Ай янынан урын алып, Зөһрә
Яҡты йондоҙ булып тоҡанған...
Ҡыҙыҡмайым, юҡсы. Күккә ашып
Йондоҙ йыйыу түгел хыялым.
Йондоҙға тиң балҡыр һылыуҡайҙар
Ерҙә лә күп тиеп уйлайым.
Эштәрендә һис тә ал бирмәгән
Зөһрәләр бар беҙҙең арала.
Йондоҙ кеүек аҡ нур һибеп һаман
Беҙҙе алға әйҙәп баралар.
Хәсән ҡыҙы Зөһрә коллегабыҙ -
Янып торған маяҡ юлымда.
Тыуған башҡорт телем яҙмышҡайы
Бөгөн шул Зөһрәләр ҡулында!
Һамар ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып «Иң яҡшы дәрес» номинацияһына лайыҡ булған, Рәсәй Федарацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән
Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы Бәҙретдиноваға
Һин мәктәптең йөҙөк ҡашы, тиеп
Беҙ хөрмәтләп һиңә әйтәбеҙ.
Был көс-дәртте ҡайҙан алалыр, тип
Күргән һайын хайран итәбеҙ.
Һин мәктәпкә килеп ингән мәлдән
Хәрәкәткә килә бар нәмә.
Гүйә, мәктәп тигән кескәй донъя
Тик һинең тирәләй әйләнә.
Һүҙ һөйләһәң – һүҙең гел килешә,
Йыр йырлаһаң – бөтмәҫ моңоң бар.
Әйтер инем, һинең йөҙ кешегә,
Мең кешегә етер ҡотоң бар.
Һиң уңғанһың, етеҙ ҡулдарыңдан
Алтын-көмөш, ырыҫ ҡойола.
Һин үткәндә урам бағанаһы
Тик торғаны өсөн ояла.
Беҙ теләйбеҙ һиңә, Рәзиләкәй,
Ихтирамға төрөнөп йәшәгеҙ.
Ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтлек кенә
Насип итһен изге эшегеҙ!
Клара Ҡунаҡолова, Өфө ауылы мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы
Читайте нас: