Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 00:58

Әле был сервисҡа тиңдәр юҡ

Башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проекты төҙөлә.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды башҡортса-русса, русса-башҡортса тәржемәсе веб-сайт проектын эшләй.
Башҡортса-русса һәм русса-башҡортса тәржемәнең башҡорт текстарын яңғыратыу функционалы менән веб-сайтын булдырыу Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы кимәлендә генә түгел, сит илдәрҙә лә башҡорт телен популярлаштырыуға, һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә булышлыҡ иткән төп проекттарҙың береһе булып тора. Әлеге ваҡытта был сервисҡа тиң аналог юҡ.
Проект Веб-сайт Тatsoft акционерҙар йәмғиәте менән берлектә эшләнелә һәм 2020 йылда Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды үткәргән Башҡортостан Башлығы грантының еңеүсеһе тип табылды.
Веб-сайт ҡыҫҡаса "БашҡортСофт" тип атала: https://bashkortsoft.ru/
Тәржемәсе эсенә әлеге ваҡытта 500 000 параллель текст индерелгән. Матур, хатаһыҙ тәржемә өсөн 1000 000-ға яҡын текст кәрәк.
Әлеге ваҡытта БашФонд был бурыс өҫтөндә эш алып бара.
Фото: Башҡорт телен һаҡлау фонды сайты.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: