Бөтә яңылыҡтар
9 Декабрь 2020, 17:35

“Собибор”ҙы ҡарағыҙ!

Бөгөн Ватан геройҙары көнө билдәләнә. Ә әлеге баш күтәреү – Икенсе Бөтә донъя һуғышындағы берҙән-бер уңышлы миҫал.

Бөгөн, 9 декабрҙә, Ватан геройҙары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан, “Еңеү биләмәһе” халыҡ-ара проекты сиктәрендә республиканың Хәрби дан музейында сәғәт көндөҙгө 2-лә “Собибор” фильмын күрһәтеү планлаштырылған (2018 йылда төшөрөлгән, режиссеры – К. Хабенский). Был хаҡта музей сайтында хәбәр ителә.
ХХ быуат тарихында концлагерҙар, үлем лагерҙары, геттоларҙағы фашистарға ҡаршы хәрәкәт – ифрат фажиғәле лә, шул уҡ ваҡытта юғары батырлыҡ өлгөһө лә булып торған биттәр.
Нацистарҙың һәр лагерында тиерлек уларға ҡаршы эш алып барған ойошма хасил булған. Күп осраҡта уларҙы совет граждандары – Ҡыҙыл армияның әсирлеккә эләккән һалдат-офицерҙары – етәкләгән. Уларҙың байтағы бөтә донъя халҡы өсөн ихтыяр көсө символына әйләнгән.
“Собибор” хәрби драмаһы тап ошондай ҡаршылыҡ хәрәкәте тураһында бәйән итә. 1943 йылдың октябрендә "Собибор" лагеры тотҡондары Ҡыҙыл армия лейтенанты Александр Печерский етәкселегендә баш күтәрә. Был ваҡиға тотҡондарҙың күпләп үлем тырнағынан ҡасып ҡотолоуы менән тамамлана. Әлеге баш күтәреү – Икенсе Бөтә донъя һуғышындағы берҙән-бер уңышлы миҫал.
Фото: БР Хәрби дан музейы музейы сайты.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: