Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабич (2 ғинуар 1895 йыл – 28 март 1919 йыл) – шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917 – 1919) ағзаһы, музыкант, телмәр оҫтаһы, журналист. Быйыл республикала ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә уның юбилейы киң билдәләнәсәк. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бабичтың 125 йыллыҡ юбилейын билдәләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙә тап йәштәрҙең ижадын яҡтыртҡан “Бабич вариҫтары” тип аталған рубрика асабыҙ.
Тәүге авторыбыҙ – шағир Ғәзиз Әбделмәнов. Уның ижады яңыса яңғырашлы. Фекерҙән бигерәк хис-тойғоларын үҙенсәлекле картиналар аша биргән автор булараҡ, ул йәштәр, башҡорт шиғриәтен үҙ итеүселәр араһында таныла бара. Шәхсән Ғәзиздең ижадын “акварель шиғриәт” тип атар инем. Ул кисерештәренән рәсемдәр яҙа. Афарин!
Ғәзиз – “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә ойошторолоп килгән шағирҙар конкурсының гран-при хужаһы.
***
Һинең күҙҙәр һары гәрәбәләй
Балҡый икән ҡышҡы ҡояшта.
Әйтерһең дә, ҡояш үҙе тәмләй
Һары балды һинең ҡараштан.
Һин ошолай ҡалһаңсы бер мәлгә –
Хәрәкәтһеҙ, өнһөҙ, вайымһыҙ.
Хәтеремә уйып ҡуйғым килә
Ошо төҫтө.
Был көн һәм был ҡыҙ.
Һары балың оҙаҡ тәмләй торғас,
Күңелемә тейер, тип ҡурҡма.
Был төҫ миңә, һағышыма ла хас,
Туймаҫ яңғыҙлығым арҡала.
Ҡояш батһа, тоноҡланыр был нур,
Яҙмыш беҙгә һалыр йәрәбә.
Әммә был төҫ минең күҙҙә ҡалыр:
Бал төҫөндәй һары гәрәбә.
***
Күңелемдә ябай ғына бер зар,
Шуға ғына таша талағым.
Оҙаҡ ятыуымдан ҡабырғалар
Һыҙланғансы килә йоҡлағым.
Йоҡом килә иҫһеҙ, иҙрәп, ойоп,
Йылдар буйы килә, ҡайҙа ла.
Әйтерһең дә, миңә минут һайын
Энә менән морфин ҡаҙала.
Иҫ белгәндән алып йоҡом килә,
Кемдер әйтер: “Йоҡла, ни ҡаза?
Шул да булдымы ни һиңә бәлә?
Ят та йоҡла, әйҙә, туйғанса”.
Йоҡлармын тип, мин йөҙтүбән яттым,
Күҙ ҙә элдем хатта бер килке.
“Минең аҫта, булһа ла ул ҡаты,
Минең ерем,
Күктәр – минеке.
Араһында ғына – сит-ят донъя,
Елкәм һиҙә һалҡын һауаһын.
Уратһалар әгәр бысаҡ ҡайрап?
Ниндәй ахмаҡ ошолай аунаһын?
Бер ҡатлылар ғына йоҡлай ала,
Арҡаларҙы өҫкә бүлтәйтеп.
Һәм йоҡлаған килеш әрәм була,
Өлгөрмәйсә хәүеф киҫәтеп.
Унан да бигерәк, һин йөҙтүбән
Йән биреп ят әле оялмай,
Ниндәй ғәрлек булыр ине”, – тигән
Ҡурҡыуҙарым мине йоҡлатмай.
Мин арҡаға яттым, тыпырсынып,
Тик күҙҙәрҙе йома алманым.
Өҫтә баҙлап балҡый бер тылсымы
Тәбиғәттең, әллә Алланың?
Төпһөҙ ғаләм. Уның сикһеҙлеген
Аңлап етмәй меҫкен зиһенем.
Төбөн эҙләп осоп китер инем,
Ә тапмаһам, өйөм итермен.
Хатта түшәм уға кәртә түгел,
Нуры төшә тура күҙҙәргә.
Мөмкин булһа ине тик бер миҙгел
Йондоҙ араһында йөҙөргә.
“Баш осомда балҡый ҡара көмбәҙ,
Барлыҡ серҙәр шунда оялай,
Сисһәң ине лә, исмаһам, әҙ-мәҙ”, –
Тигән хыял мине йоҡлатмай.
Ҡырын яттым, күҙҙәремде йомдом,
Һәм терәлде ергә ҡолағым.
Инде таптым, тигәс, мин йоҡомдо,
Һиҙҙем ерҙә тауыш барлығын.
Бик тәрәндән килгән тауыш, буғай,
Керпек ҡағышынан шымыраҡ.
Таштар шыла, таштар иреп ҡайнай –
Тауҙар ҡалҡа яйлап, мыштырлап.
“Тауҙар ҡалҡып сүккән араларҙы
Күрмәй ҡала ерҙә бер бәндә.
Аңлашыла шунда – беҙ ни бары
Тамсы ысыҡ ерҙең йөҙөндә.
Кеше үткән һәр бер шаңлы ғасыр,
Һәр бер һуғыш, батша һәм һарай –
Барыһына нисбәт – тик бер тамсы”, –
Тигән уйҙар мине йоҡлатмай.
Йоҡом килә, мин йоҡламайымсы,
Бер һорауҙан йоҡо тарала:
“Нисек инде уйға ҡалмайынса,
Йоҡлап ятмаҡ кәрәк донъяла?”
***
Дәһрилеккә күскән разый бәндә
Заманында ҡылған доғалар –
Шулар ғына һиңә тиеп яҙған
Байғош ҡына шиғырҙарҙы аңлар.
Һиңә уҡығанда, балҡый ине,
Һөйөү тураһында ҡысҡырып,
Шиғырҙарҙың һәр бер һүҙе, өнө,
Камил кеүек ине юлдары.
Әле баҡһаң, бер килбәтһеҙ, көйһөҙ
Һүҙ теҙмәһе булған ул икән.
Ниндәй хистәр ҡулды йөрөткән бит!
Хәҙер килеп һинһеҙ көн итәм.
Шиғыр яҙып ҡына һөйөү аҫрау
Мөмкин түгел, эйе, билдәле.
Яҙылдылар бит һуң, нишләтәйем,
Шытып сыҡты гөлдәр шикелле.
Хәҙер һиңә улар кәрәк түгел,
Кәрәк инеме икән, ғөмүмән?
Етем шиғырҙарым, кисерегеҙ,
Иттек һеҙҙе икәү беҙ әрәм.
***
Һинән матур бер йыр сыҡмаҡсы.
Шәлкем түгел, берәгәйле бер йыр.
Уны яҙыу — изге бурысым
Һәм бер көнлөк йәшәү көсөм булыр.
Ишетергә теләмәһәң үҙен,
Күтәрмәҫһең күккә баштарың,
Минең күңел — ғаләм көмбәҙе,
Ә йондоҙҙар — минең йырҙарым.
Сама белеп кенә үкенесле
Һинән матур бер йыр сыҡмаҡсы,
Үҙе ябай көйлө, үҙе көслө.
Мин сығарам, булмам алдаҡсы.
Буш вәғәҙәләр биреү ялҡытҡан.
Бер йылмайып килә йырлаһы.
Мин — һин табан ғына сайҡап алған
Йырҙар диңгеҙенең хужаһы.
***
Минең ҡоштар,
Юлдар сыҡҡан һайын,
Тәҙрәм төптәренә килегеҙ.
Мин айырып,
Төбәп саҡырмайым,
Барығыҙ ҙа миңә бер тигеҙ.
Тик ҡурҡмағыҙ,
Минең ситлектәрем
Һеҙҙең өсөн күптән тарайған.
Ҡошто бикләп
Аҫрау ғәҙәттәре
Үҙгәрҙеләр һеҙҙең ыңғайға.
Осоуығыҙ,
Һайрауығыҙ һеҙҙең
Төрлөгөҙҙөң ине төрлөсә.
Кемдер, һайрап,
Үҙәгемде өҙҙө,
Кем яманы хәлдән килгәнсә.
Ҡайһылары
Һайрап тороуҙарҙы
Хуп күрмәне минең кеүеккә,
Бәғзеләре
Аҡылынан яҙып
Осоп инде үҙе ситлеккә...
Хәйер, әле
Быны иҫләүҙәрҙең
Тамсы ла ҡалмаған фәтүәһе.
Һәр кемегеҙ
Иңләйҙер күктәрҙе,
Әрәм итмәй осоу ҡеүәһен!
Зәңгәр күктең
Сикһеҙ был даирәһе,
Азатлыҡтан башҡа, ҡоштарға
Әмәлдәрен
Бирмәйҙер, күрәһең,
Үткәндәрҙе иҫкә алырға.
...Һорамайым
Минең исем менән
Һәр бер йырығыҙҙы башлауҙы,
Йырҙарымды
Хәҙер үҙем теҙәм,
Тыңлай торған ваҡыт,
ул уҙҙы.
Әммә бер мәл,
Тапһам әгәр йәрҙе,
Бөтһә тормош яңғыҙ-айырым,
Бәхет юрап,
Киреп күкрәктәрҙе,
Берҙе һайрағыҙсы, ҡоштарым!
Минең һеҙ ирекле ҡоштарым,
Минһеҙ ҙә ситлекле ҡоштарым.
***
“Мы живем, пока мы работаем, летаем. На диван лег… И кирдык”
Михаил Корниенко,
космонавт.
Беҙ эшләгәндә генә теребеҙ,
Түшәктә иһә беҙгә – үлем.
Бер генә көнөң эшһеҙ үттеме,
Дөмөктөң, бахыр, тигән һүҙем.
Беҙ ҡанат киреп оса алабыҙ,
“Һеҙ кәрәкһегеҙ”, – тиеү етә.
Бойоғоп ҡуйыуҙарың бар ҡапыл,
“Осҡанда йәшәйһең” – тот иҫтә.
“Юҡ, башҡа осмам, – тигән булаһың,
– Был һуңғы тапҡыр, бөттө әмәл”.
Туҡтаһаң, туҡта, тәүҙә уйла һуң,
Йыһанға етерме ул әжәл?
Беҙ яратҡанда ғына осабыҙ,
Һил тормошобоҙ ҡылып фиҙа,
Яҙылған икән, яҙа баҫабыҙ,
Хатаны ҡабул ит, бул риза.
Ос, эшлә, көндәреңде һанама.
Һәммәбеҙгә бер өлөш ҡуна –
Эләгеү ғаләм ҡаҙанына ла,
Әйләнеү йыһан һурпаһына.
***
Тәүбә итер инем дә ул, әмәл юҡ,
Хата тип һанарлыҡ бер ғәмәл юҡ.
Сигенеп тә кире яһарлыҡ аҙым юҡ,
Яғып кире тултырырлыҡ ҡағыҙым юҡ,
Сыйып ҡабат яҙа торған хәреф юҡ,
Был донъянан ҡабатлатыр дәрес юҡ,
Йотоп яҡшырағын әйтер һүҙем юҡ,
Күмеп тәрәнерәк һалыр эҙем юҡ,
Һурып турарағын ҡатыр ҡаҙаҡ юҡ,
Асып нығырағын элер йоҙаҡ юҡ,
Һүтеп кире бәйләү көткән төйөн юҡ,
Иҫтән юйып ҡабат отор көйөм юҡ,
Йәлләп кире ебәрерлек кейек юҡ,
Шөкөр, хатта нахаҡ ғәйеп юҡ,
Йырҙарымда бер сафсата юҡ,
Үкендерә алған хата юҡ,
Бер уйлаһаң, оло кинәнес.
Ник һуң әле улай үкенес?