Бөтә яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 13:58

Ижади бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ!

Яңы йыл байрамының рухы әленән һиҙелә. Тиҙҙән 2021 йылға аяҡҡа баҫабыҙ. Ошоға бәйле «Хәйбулла хәбәрҙәре» традицион Яңы йыл бәйгеһен иғлан итә, унда өс номинация ҡаралған:* Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы мажаралар, хәл-ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр.* Йорт алдында ҡарҙан, боҙҙан яһалған һындар алдында район гәзите менән бергә фото төшөү.* Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы фотолар (Яңы йыл байрамы һәм гәзит атрибуттары менән). Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, әүҙемерәк булығыҙ! Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй, балалар менән бер рәттән йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә берҙәй ҡатнаша ала. Иң яҡшы эштәргә махсус бүләктәр ҡаралған.Конкурста ҡатнашыр өсөн ижади эштәрҙе 20 декабргә тиклем редакцияға йәки “Бәйләнештә” төркөмөнә (https://vk.com/id450437627) ебәрергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: 2-14-98.

Яңы йыл байрамының рухы әленән һиҙелә. Тиҙҙән 2021 йылға аяҡҡа баҫабыҙ. Ошоға бәйле «Хәйбулла хәбәрҙәре» традицион Яңы йыл бәйгеһен иғлан итә, унда өс номинация ҡаралған:

* Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы мажаралар, хәл-ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр.
* Йорт алдында ҡарҙан, боҙҙан яһалған һындар алдында район гәзите менән бергә фото төшөү.
* Яңы йылға бәйле ҡыҙыҡлы фотолар (Яңы йыл байрамы һәм гәзит атрибуттары менән).

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, әүҙемерәк булығыҙ! Конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй, балалар менән бер рәттән йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә берҙәй ҡатнаша ала. Иң яҡшы эштәргә махсус бүләктәр ҡаралған.
Конкурста ҡатнашыр өсөн ижади эштәрҙе 20 декабргә тиклем редакцияға йәки “Бәйләнештә” төркөмөнә (https://vk.com/id450437627) ебәрергә кәрәк.

Белешмә өсөн телефон: 2-14-98.
Читайте нас: