Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан һәм Удмурт республикалары – Башҡортостанға күрше төбәктәр. Ә инде 50 меңдән ашыу башҡорт ғүмер кисергән Ырымбур өлкәһенең Башҡортостандың ун – Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә, Бишбүләк һәм Йәрмәкәй райондары менән сиктәш урынлашыуы ғәжәп бит!Тырышлыҡ һалғанда...Республикабыҙҙың ошо райондары ырымбурҙар, әлбиттә, унда тамыр йәйгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек ептәрен нығытыуы, үҙебеҙсә әйткәндә, алыш-биреш итеүе һоҡландыра. Мәҫәлән, яҡын булғас, ейәнсураларға Ырымбур ҡалаһына юлланыу күрше ауылға барып килеүгә тиң күренә торғайны. Һарыҡташ ҡасабаһындағы баҙар менән тулған яҡташтарым. Бынан тыш, Түбәнге Аҫҡар, Ҡарағужа, Урта Аҫҡар, Ҡолсом, Рыҫҡол һәм башҡа ауылдарҙа туғандарыбыҙ күпләп йәшәй. Әйткәндәй, ейәнсуралар “Ырымбур” тип түгел, ә был яҡ һөйләшенә хас, “Аринбур” ти. “Аринбурға барам”, “Аринбурҙан ҡайттым” – шуға асыҡ миҫал.Ошо көндәрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре бара тигән хәбәрҙе ишеткәс, шатландым да, ул үткәндәрҙе иҫләүгә бер сәбәп тә булды. Сараны ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ырымбур өлкәһенең Төбәк һәм мәғлүмәт министрлығы, “Каруанһарай” Ырымбур өлкә башҡорттарының ҡоролтайы” йәмәғәт ойошмаһы һәм Ырымбур өлкәһенең башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге.Мәртәбәле делегация составында Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Милли бүлек идаралығының дәүләт программаларын һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек начальнигы Илдус Ҡаһарманов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм башҡа рәсми кешеләр бар ине. Улар тиккә генә халҡы 23 меңдән ашыу тәшкил иткән Ҡыуандыҡ ҡалаһына юлланманы. Төбәктә туған телде өйрәнеү ниндәй кимәлдә? Төп иғтибар тел мәсьәләһенә йүнәлтелде.Ситкә китеп шуны әйтәйек, Ҡыуандыҡ хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, ҡаланы Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярынан эҙләргә кәрәк. Ҡасабаға 1953 йылда ҡала статусы бирелгән. Легенда буйынса, Рамаҙан исемле башҡорт был яҡтарға таш эҙләп килеп сыҡҡан. Ташты тапҡан, әммә атын юғалтҡан. Оҙаҡ йөрөгәндән һуң бер йылға янында толпарын тапҡан һәм, уға эйелеп, “ҡыуанысым минең” тигән.Бында Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто нигеҙендә асылған башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү түңәрәге эше менән танышты ҡунаҡтар. Әле белем усағында алты йәштән ун йәшкә тиклемге ҡыҙ һәм малайҙар башҡорт телен һәм халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнә, программа бөтәһе 72 сәғәткә иҫәпләнгән.– Беҙгә башҡорт телен өйрәнеү ныҡ оҡшай, дәрестәрҙе көтөп алабыҙ, уҡытыусыбыҙ барыһын да матур итеп аңлата, – тип ҡыуанышып, дәрескә ашыҡты балалар.Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин билдәләүенсә, Ырымбур өлкәһенең һәм Башҡортостандың мәғариф идаралыҡтары былтыр башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторған, нәҡ ошо йыйындан һуң уларға иғтибар бермә-бер артҡан.Тамсы тама-тама ташты тишә тигән шикелле, Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт түңәрәген асыу ябай ғына бер ғаризанан башланған. Тап шул ваҡытта Ҡыуандыҡ районында йәшәгән Илшат Дәүләтшин ҡыҙын башҡортса уҡытыу өсөн ғариза яҙған. Шуныһы шатлыҡлы, Ырымбур өлкәһе башҡорттары был үтенесте шунда уҡ иғтибар үҙәгенә алған. Бер һүҙ менән әйткәндә, Илшат уҙамандың һәм урындағы ҡоролтайҙың ныҡышмалылығы һөҙөмтәһендә түңәрәк эшләй башлаған.Шуныһы – Гай районының Воронеж ауылы мәктәбендәге 240 баланың 176-һы башҡорт ғаиләһенән. Тырышлыҡ һалғанда бында ла туған телде өйрәнеү үҙәген асырға мөмкин тигән теләген белдерҙе Йәғәфәр Яманһарин.Һунарсы ауылы мәктәбендә балалар башҡортса уҡыйАртабан милләттәштәребеҙ Һарыҡташ районының Һунарсы ауылына сәфәр ҡылды, урындағы йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашып һөйләште.– Ейәнсура районы менән Ырымбур өлкәһен, бигерәк тә Һарыҡташ районын төрлө мәҙәни, ижтимағи, иҡтисади, улай ғына ла түгел, шәхси мөнәсәбәттәр ҙә бәйләй, – тине Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Ҡыҙыҡлы бер географик күренешкә тап булабыҙ, Һарыҡташ районының ҡайһы бер ауылдары Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолға ныҡ яҡын, шул уҡ ваҡытта беҙҙәге бер нисә ауыл да Һарыҡташтан йыраҡ урынлашмаған, унда барып етеү уңайлыраҡ.Дәмин Марат улы белдереүенсә, Ырымбур өлкәһендә ойошторолған Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренең тап Һарыҡташта уҙыуы – улар өсөн оло мәртәбә, башҡорт теленең һәм мәҙәниәтенең үҫешенә Ейәнсура районы етәкселеге ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.Һарыҡташ районының Һунарсы ауылы мәктәбендә 1-се кластан алып башҡорт теле дәрестәре ҡаралған. Быға, һүҙ ҙә юҡ, шатланырға кәрәк. Уның ҡарауы, ата-әсәләр башҡорт теле дәрестәре өсөн бирелгән сәғәттәрҙең етмәүенә борсолоу белдергән.– Беҙҙең ауыл советына өс башҡорт – Һунарсы, Рыҫҡол ауылдары һәм Һултанбай утары ҡарай, – тип һөйләй Һунарсы ауылы мәктәбе директоры Зөлфиә Бикбова. – Мәктәбебеҙҙә балаларҙың һаны 24 кенә, әммә улар бит башҡортса уҡый. Ата-әсәләр менән тулыһынса аңлашыу бар, башҡорт телен өйрәнеүгә уларҙың һис тә ҡаршылығы юҡ. Башҡорт телен өйрәнеүгә сәғәттәрҙең әҙлеге менән улар килешмәй. Ҡыҙ һәм малайҙар өлкә кимәлендәге төрлө сараларҙа теләп ҡатнаша, айырыуса олимпиадаларҙа еңеү яулауҙары – шуға асыҡ миҫал. Ә инде призлы урындарҙы алыуҙары шул хәтлем һөйөнөслө.Зөлфиә Бикбованың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Истоки” төбәк-ара этно-фестивалендә уҡыусылар йыл һайын ҡатнаша. Ҡарға бутҡаһы, Исем туйы, Ҡуҙғалаҡ байрамы, Талҡан тәмләү, Ҡайын суҡлау, Ҡар һыуына барыу ише милли йолаларҙы ҡан-ҡәрҙәштәренә күрһәткәндәр. Бынан бер нисә йыл элек улар Милли йырҙар фестивален ҡабул итеп алған һәм башҡорт сәнғәтен бөтә тулылығында сағылдырыуға өлгәшкән.Һунарсы ауылының (икенсе исеме – Үрге Сәнкем) килеп сығышы тураһында төрлөсә фекерҙәр ишетелә. Ауыл беренсе тапҡыр 1866 йылда телгә алынған тигән фараз йәшәй, уға Биктимер ауылы кешеләре нигеҙ һалған, тиҙәр. 200-ҙән ашыу кеше йәшәгән Һунарсы Ҡаҫмарт йылғаһының үҙәнендә урынлашҡан. Ауыл барлыҡҡа килгәнгә хәтлем был урында һунарсыларҙың өйө булған, ти өлкәндәр. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Марат Байназаровтың тыуған ауылы ул Һунарсы.– Һунарсыға бәйле төрлө тартҡылаштар ҙа теркәлгән, – тип мәрәкәләп һөйләргә ярата һарыҡташтар ҙа, ейәнсуралар ҙа. – Ҡасандыр ул Ырымбур өлкәһенә ҡараған, бер ваҡыт Ейәнсура районы биләмәһенә индерелде, унан тағы ырымбурҙарға тапшырылды. Нисек кенә булмаһын, ул – саф башҡорт ауылы.Шулай уҡ Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе тарихсылары ҡатнашлығында “Ырымбур төбәге башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте” тигән темаға түңәрәк өҫтәл булды, сара zoom платформаһында онлайн тәртибендә ойошторолдо. Унда тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, музей етәкселәре фекер алышты. Төштән һуң иһә Ырымбур өлкәһенең башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ағзалары менән шулай уҡ онлайн-осрашыу ойошторолдо – әлеге саралар Н. К. Крупская исемендәге Ырымбур өлкә универсаль ғилми китапханаһының конференциялар залында булды. Кис иһә ҡунаҡтар Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.Дөйөмләштереп әйткәндә, Башҡортостандан ситтә ғүмер кисергән милләттәштәребеҙҙе республикабыҙ етәкселеге ярҙамынан ташламай, киреһенсә, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә иғтибар артҡандан-арта, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһендәге башҡорттар менән дә төрлө тармаҡ буйынса тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған.