Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 15:14

Билдәһеҙ һалдаттар тыуған тупрағына “ҡайта”

Быйыл республиканан 13 билдәһеҙ һалдаттың яҙмышы асыҡланып, 75 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, уларҙың һөйәктәре яу яланынан тыуған тупрағына алып ҡайтылды.

Билдәһеҙ һалдат көнө икһеҙ-сикһеҙ һуғыш яландарында Тыуған ил азатлығы өсөн һәләк булып, яу яландарында ятып ҡалған, исем-шәрифе билдәһеҙ килеш туғандар ҡәберлектәрендә ерләнгән миллиондарса һалдат һәм офицерҙы яҡты хәтер менән иҫкә алыу, данлы ла, шанлы ла тарыхыбыҙҙы онотмау өсөн булдырылды.
Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың һаны яҡынса 4,6 миллион кеше иҫәпләнә. Ә бит улар – кемдеңдер ғәзиз улы, ире, атаһы, туғаны... Улар хаҡында бары тик “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ ғына килгән.
Билдәһеҙ һалдаттарҙың яҙмышын асыҡлау, улар хаҡында хәтерҙе яңыртыу йәһәтенән эҙәрмәндәр отрядтары ифрат ҙур эшмәкәрлек алып бара. Был изге ғәмәлгә беҙҙең республика эҙәрмәндәре лә тос өлөш индерә.
“Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков әйтеүенсә, республика эҙәрмәндәре үҙ сафтарында мәктәп уҡыусыларынан алып йәше 70-те үткән хаҡлы ялдағы уҙамандарға тиклем әүҙемселәрҙе берләштерә. Беҙҙең эҙәрмәндәр уҙғарған экспедицияларҙың бер нисәһендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев та ҡатнашҡан.
Быйыл Башҡортостан эҙәрмәндәре тәүге тапҡыр ике халыҡ-ара сарала – Ленинград өлкәһендәге “Вороново” экспедицияһында һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында уҙған “Заоблачный фронт” хәрби-тарихи лагерында ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә эҙәрмәндәр һәләк булған 81 яугирҙең һөйәктәрен табып, дүртәүһенең исем-шәрифен асыҡлауға өлгәшкән.
“Быйыл беҙҙең республиканан 13 билдәһеҙ һалдаттың яҙмышы асыҡланып, 75 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, уларҙың һөйәктәре яу яланынан тыуған тупрағына алып ҡайтылды. Уларҙың күптәре “хәбәрһеҙ юғалған” булып һанала ине. Декабрҙә тағы дүрт һалдаттың – Ишембай, Көйөргәҙе һәм Шаран райондары яугирҙәренең “ҡайтыуы” көтөлә”, - тип һөйләне Владимир Волков.
Фото: pbs.twimg.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Bild-e--aldattar-tiu-an-tupra-ina--ayta-572879/
Читайте нас: