Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 16:06

Байғусҡарҙа һәйкәл төҙөкләндерелә

Яҙ еткәс төҙөлөш эштәре дауам ителәсәк

Быйылғы йыл республикабыҙҙа Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде. Төбәк Башлығы Радий Хәбировтың был башланғысын халыҡ хуплап ҡаршы алды, сөнки ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы тәртипкә килтереү, йәшәгән йорттарҙы матурлау проблемалары күптән көнүҙәк булып ҡала һәм был мәсьәлә үҙенең сиселешен көтә ине.
Ауылыбыҙ уртаһында Байғусҡар һәм Переволачанда тыуып үҫеп, фронтҡа киткән барлыҡ һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Был һәйкәл оҙаҡ йылдар дауамында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу һәм байрам үткәреү урыны булараҡ файҙаланылды. Ошонда митингылар, тантаналар үткәрелде. Һәйкәлдәрҙе халыҡ тарихҡа хәтирә итеп,ата-баба тарихын, һуғыш ҡорбандарын, үҙ тарихыңды онотмаҫ өсөн һалып ҡалдыра. Ауылыбыҙҙың урамына йәм биреп, үткән көндәрҙе иҫкә төшөрөп тора ул. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» төбәк проекты буйынса ауыл сходында һәйкәлде төҙөкләндереү эштәрен ойошторорға ҡарар ҡабул ителде. Ишдәүләт Рәсимбәтов етәкселегендә Рәжәп Алиев һәм Өлфәт Баймырҙин һәйкәлде төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарҙылар.Ауыл егеттәре төҙөлөш эштәренә кәрәкле булған яҫы таштар алып килеп ярҙам иттеләр. Һәйкәл күҙгә күренеп матурланды, төҙөкләндерелде. Һалҡынайтып ҡыш миҙгеле башланыу сәбәпле эштәр әлегә туҡтатылып тора. Көндәр йылыныу менән яҙ миҙгеле башланғас, төҙөлөш эштәре дауам ителәсәк.
Читайте нас: