Бөтә яңылыҡтар
3 Декабрь 2020, 00:08

Башҡорт теленә – халыҡ-ара сертификат

Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ҡытлыҡ булмаясаҡ.

Башҡорт теле йылы уңайынан республикабыҙҙа бихисап саралар ойошторола. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш зонаһына ингән Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондарының, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының онлайн-конференцияһы һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Ошо көндәрҙә иһә Бөрө зонаһында Бөрө ҡалаһы, Асҡын, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Ҡариҙел, Мишкә райондарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында сираттағы онлайн-конференция үткәрелде. Әйткәндәй, конференциялар Красноусолдағы төбәк-ара форум йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге тарафынан ойошторола.Башҡортостан Мәғариф һәм фән министр­лығының Милли мәғариф идаралығы началь­нигы Булат Зинуров хәбәр итеүенсә, әлеге конференцияларҙа төп иғтибар башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелә, ғөмү­мән, уҡытыусылар менән һәр ваҡыт эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыла. Унда педагог­тарҙың теләп һәм күпләп ҡатнашыуы, төрлө идеялар менән сығыш яһауы, әүҙемлеге һоҡландыра.– Балалар баҡсаларында башҡорт теленә өйрәтеүсе педагогтар өсөн уҡытыу программалары ҡабул ителәсәк, – тине Булат Илшад улы. – Шул уҡ ваҡытта бәләкәстәр өсөн башҡорт телендә электрон уйынсыҡтар – планшеттар, телефондар етештереү күҙал­лана. Балалар баҡсаларындағы башҡорт төркөмдәрендәге тәрбиәселәргә һөйөнөслө яңылыҡты еткерергә ашығабыҙ: республика кимәлендә уҙғарылған “Иң яҡшы тәрбиәсе” конкурсында “Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһы бул­дырылған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре иғтибарына йәнә бер шат­лыҡлы хәбәр еткерҙеләр – тәрбиәселәрҙең эш хаҡын 15 процентҡа арттырыу күҙаллана. Ысынлап та, бәләкәй ҡыҙ һәм малайҙарҙы иртәнге сәғәт 7-нән ҡабул итеп алып, улар менән кискә хәтлем бергә булалар. Күпме көс һалына тәрбиә эшенә. Хеҙмәт лайыҡлы баһаланырға тейеш! “Этномәҙәни белем биреү ойошмаһы” тип аталған төшөнсәне индереү тураһындағы ҡарар ҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был тәңгәлдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән берлектә эш алып барыла. Киләсәктә тағы ла бихисап проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы күҙ уңында тотола. Башҡорт теленең халыҡ-ара сертификатын булдырыу, мәктәптәр һәм колледждар араһында “Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты” конкурсын үткәреү – шуға асыҡ миҫал.Башҡортостан Мәғариф һәм фән министр­лығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров полилингваль белем биреү мәсьәләләренә туҡталып, былай тине:– Уҡытыу өсөн методик ҡулланмалар эш планына индерелде, улар тиҙ арала һәр береһенә тапшырыласаҡ. Башҡорт телен дистанцияла өйрәнеү тәңгәлендә лә аныҡ ниәттәр бар. “Туған тел донъяһы” порта­лының киләһе көндәрҙә уҡытыусыларҙың аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансы­ғына әйләнеүенә, унда һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте таба алырына ышанам. Һөнәри яҡтан камиллашыу маҡсатында юғары уҡыу йорттары менән онлайн тәрти­бендә осрашыуҙар үткәреүҙең мөғәллимдәр өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Эпидемиологик хәл-торош көйләнгәс тә бындай йыйындарҙы райондарҙа уҙғарыу эш планына ингән. Ошо хаҡта Булат Илшад улы белдерҙе.Һөйләшеү барышында 2021 йылда башҡорт телен уҡытыу буйынса иң яҡшы методик әсбап авторын билдәләү ниәтендә конкурс ойоштороласағы хаҡында ла әйтелде. Бынан тыш, республикабыҙҙа һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле йәкшәмбе мәктәптәрен асыу буйынса эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. Мәҫәлән, күптән түгел, Пермь крайының Барҙы райо­нында белем усағы асылған, хәҙер йәкшәмбе мәктәбендә 30-лап бала дәрестәргә йөрөй.Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсә­йенова ошо юғары уҡыу йортоноң эшмә­кәрлеге тураһында һөйләне һәм оло һөйөнөсө менән уртаҡлашты.– 2021 йылдан педагогия университе­тының башҡорт филологияһы факультеты яңы ике йүнәлештә абитуриенттар ҡабул итә башлаясаҡ, иң мөһиме – бюджет урындары булдырыла, – тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы. – Беренсеһе – башланғыс кластар, икенсеһе – мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары әҙерләй башлаясаҡбыҙ.Педагогтарҙың конференцияһында Ҡари­ҙел районының Байҡыбаш урта мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсбирә Кәбирова бай эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, киләсәккә уй-пландары менән таныштырҙы.– “Юғары ос!” мәғариф проекты рес­публикабыҙҙа уңышлы тормошҡа ашырыла, – тине Әсбирә Мәғәруф ҡыҙы. – Интерактив башҡорт теле модуле нигеҙендә башланғыс класс балалары өсөн уҡыу-уҡытыу комплекты эшләнгән. Ҡушымталар ярҙамында “Хәй­ләкәр төлкө”, “Әлләсе”, “Балалар”, “Сәләм!” тигәндәрен дәрестә иркен файҙаланабыҙ, шулай уҡ ял сәғәттәрендә лә рәхәтләнеп ҡулланабыҙ.Бүтән сығыш яһаусылар ҙа фекерҙәрен еткерҙе, уҡытыусылар оҫталыҡ дәресе күрһәтте, уларға психологик тренингтар ойошторолдо, башҡа төрлө башланғыстар хаҡында ла һүҙ булды. Шул иғтибарға лайыҡ, әлеге онлайн-конференцияларҙы ойош­тороуҙы заман талап итә. Педагогтарға яңы офоҡтар асылыуына, заман мөмкинлектәрен киңерәк ҡулланыуға, айырыуса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәре ныҡ шат.
Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/bash-ort-telen-khaly-ara-sertifikat-/
Читайте нас: