Бөтә яңылыҡтар
29 Ноябрь 2020, 10:41

Ырымбур өлкәһендә башҡорт телен өйрәнгән балаларҙың кәмеүе борсой

Ҡыуандыҡ районында 100 баланың ата-әсәһе балаларына туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеген биреүҙәрен һорап ғариза яҙған булған, әммә уларҙың үтенестәре ҡәнәғәтләндерелмәгән

Бөгөн, сараның икенсе көнөндә, онлайн рәүештә “Ырымбур башҡорттары тарихы, теле һәм мәҙәниәте” темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда ике яҡтан да рәсми вәкилдәр, шулай уҡ урындағы әүҙем йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Һөйләшеүҙең төп маҡсаты – өлкәлә башҡорт балаларына туған телде өйрәнеү мөмкинлектәрен барлау. Бөгөнгө ҡулайлаштырыу шарттарында Ырымбур яҡтарында ла бәләкәй мәктәптәр ябыла. Уҡыусы балалар икенсе ергә, ҙурыраҡ мәктәптәргә уҡырға китә, һөҙөмтәлә күбеһе туған башҡорт телен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала. Түңәрәк өҫтәл барышында Башҡортостан вәкилдәре төбәктең профилле министрлығы вәкилдәре ярҙамында ошо проблеманы хәл итеү юлдарын табырға тырышты.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева былтыр Ҡыуандыҡ районында булған хәл тураһында һөйләп, тәрән борсолоу белдерҙе. Унда 100 баланың ата-әсәһе балаларына туған телдәрен өйрәнеү мөмкинлеген биреүҙәрен һорап ғариза яҙған булған. Әммә үтенестәре ҡәнәғәтләндерелмәгән.
"Ырымбур өлкәһенең элекке мәҙәниәт министрлығы етәкселеге менән уртаҡ фекергә килә алманыҡ”, – тине Ә. Ғәлиева.
Әлфиә Закир ҡыҙы әйтеүенсә, ағымдағы уҡыу йылында башҡорт телен уҡытыу дүрт мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 52 бала өсөн ойошторолған. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү туғыҙ дөйөм белем биреү учреждениеһында булдырылған. Бында 249 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте һабаҡтарын ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусылар һаны кәмей бара. Башҡорт йәмәғәтселеген дәрестәр сәғәттәренең ҡыҫҡарыуы ла борсой.
“Урында ата-әсәләр менән консультациялар кәрәк, уларҙың байтағы туған телде һайлап, уларҙа балаларын уҡытыу хоҡуғы барлығын белмәй», – тип тә билдәләне Әлфиә Ғәлиева.
Ырымбур өлкәһенең мәғариф министры Алексей Пахомов иһә башҡорт телен уҡыған балаларҙың кәмеүен тәбиғи демографик сәбәптәр менән аңлатты. Уның әйтеүенсә, Ырымбур – башлыса аграр төбәк. Ә күпселек ауылдар бәләкәй, шуға ла ҡулайлаштырыу шарттарына ярашлы, ундағы мәктәптәрҙә 10–11-се класта уҡыған балалар ҡалмай, сөнки артабан белем алыр өсөн улар ҙурыраҡ мәктәптәргә китергә мәжбүр. А. Пахомов Ҡыуандыҡта былтыр элекке мәғариф министрлығы менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡты ентекле өйрәнергә вәғәҙә бирҙе. Күрше төбәктәр араһындағы мәғариф бәйләнештәре емешле дауам итер, тигән фекер белдерҙе.
Эльвира Айытҡолова фекеренсә, мәктәптәрҙе ҡыҫҡартыу шарттарында ла башҡорт телен өйрәнеүҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәрен табырға була. Проблеманы хәл итеү өсөн ике яҡтың власть органдары, мәғариф министрлыҡтары бергә килешеү юлдарын табырға ынтыласаҡ. Һәм, әлбиттә, был мөһим эштән ата-әсәләр үҙҙәре лә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Балаларының туған телен, мәҙәниәтен белеү-белмәүе уларға ла бәйле.
Түңәрәк өҫтәл бик матур сара – Ырымбур өлкәһендә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырыу менән тамамланды. Уға ике кеше – Гай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рифус Әбделхәй улы Ҡужашев менән Орск ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова лайыҡ булды.
Бынан тыш, бер нисә мәҙәниәт хеҙмәткәренә Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: