Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Федерация Советының төбәк һәм муниципаль телеканалдар проблемаларына арналған “Һанлы эфирға күсеү шарттарында төбәк һәм муниципаль телеканалдары булдырған мәғлүмәтте тулы таратыу мәсьәләһе” кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Видеобәйләнеш режимындағы сарала сенаторҙар, Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре, Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы генераль директоры Александр Широких, Башҡортостандан шулай уҡ матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгөл Гәрәева ҡатнашты.
Кәңәшмәлә тапшырыуҙың оҡшашын күрһәтеүҙән баш тартыу, төбәк каналдары өсөн өсөнсө мультиплексты булдырыу киләсәгенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Эльвира Айытҡолова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә, Дәүләт Думаһына һәм Федерация Советына һанлы тапшырыуға күскәндә ситтә тороп ҡалған төбәк һәм муниципаль телеканалдарға ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәттәр ебәргәне тураһынды һөйләне. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә тәүгеләрҙән булып 21-се һәм 22-се төймәләр тураһында тәҡдимдәр яһала.
Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, кабель селтәрҙәре операторҙарының кеше күп йәшәмәгән ауылдарға ингеһе килмәүенә бәйле, төбәк һәм муниципаль каналдарҙы ауыл ерендә күрһәтеү ҡырҡа кәмегән.
"Халыҡтың 40 проценты ауылда йәшәгән беҙҙең республикала был айырыуса һиҙелә. Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Башҡорт юлдаш телевидениеһы ОТР-ға биш сәғәтлек эфир ваҡыты бирә. Һөҙөмтәлә туған телендә тапшырыу ҡарарға теләгән республика халҡының һиҙелерлек өлөшөнөң мәнфәғәттәре сикләнә", – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Кәңәшмә барышында муниципаль каналдар осраған мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бирелде.
"Президент Мөрәжәғәтнамәһенән һуң федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде, бөтәһе лә ҡарай алырлыҡ муниципаль телеканал тигән аңлатма барлыҡҡа килде, йәғни 22-се төймә. Әммә бөгөн был конкурста ВГТРК филиалдарының отолоуына бәйле хәлде күҙәтәбеҙ. Төшөнсәләрҙе алмаштырыу бара. Муниципаль каналдарға ярҙам итеү тәҡдим ителде, ә ысынында тик федераль каналдарҙың мөмкинлектәре киңәйҙе. Был хәл халыҡта ла һорау тыуҙыра – кешеләр 22-се каналда бөтөнләй икенсене ҡарай, ә үҙҙәре өйрәнгән муниципаль тапшырыуҙарҙы түгел", – тине Эльвира Айытҡолова.
Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдереүенсә, һанлы тапшырыуға күскәс, республиканың төп телеканалы - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 15 процент тирәһе аудиторияһын юғалтҡан. Муниципаль һәм төбәк телевидениеһы мәсьәләләре тураһында башҡа төбәктәр вәкилдәре лә һөйләне.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса тикшереүгә сығарылған мәсьәләләр көнүҙәк тип танылды. Улар өҫтөндә эш дауам ителәсәк. Александр Широких ОТР-ҙа милли телдәрҙә тапшырыуҙар индереү мөһимлегенә ныҡлы иғтибар бирҙе.
Фото: Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.