Быйыл яңы коронавирус сире таралыуы менән бәйле килеп тыуған ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, районда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған төрлө саралар, акциялар уҙғарыла. Шулар араһында ил Президенты В.В. Путиндың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме биреүе барыбыҙ өсөн дә оло ваҡиғаға әүрелде. Был ҡыуаныслы хәбәр берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.
Район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошоға бәйле заманса йыһазландырылған «Генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов» күргәҙмә комплексы тантаналы рәүештә асылды. Эпидемиологик хәл-торошҡа бәйле был мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларҙың һаны сикле булды.
Күргәҙмәне асып, музей директоры Рәзилә Байғусҡарова сығыш яһаны:
–Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып, шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яландарында ятып ҡала. Беҙҙең райондан 7 меңдән ашыу яҡташыбыҙ илебеҙҙе һаҡларға фронтҡа китә, уларҙың тик 3 меңдән ашыуына ғына тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Һуғыш йылдан йыл йырағая бара, унда ҡатнашыусыларҙың сафтары көндән-көн һирәгәйә, ләкин халҡыбыҙҙың фашизм менән тиңһеҙ көрәштәге батырлыҡтары көндән-көн яҡтыраҡ сағыла. Бөгөнгө күргәҙмә шуға асыҡ миҫал. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында 300-ән ашыу Хәйбулланың аҫыл ир-аттары илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлай. Дивизияның 78 Советтар Союзы Геройы исемлегендә яҡташыбыҙ Ҡәйүм Хәбибрәхмән улы Әхмәтшиндың исеме лә бар, – тине ул.
Мәҡәләнең тулы варианты менән «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзите биттәрендә танышырға мөмкин.