Бөтә яңылыҡтар
22 Ноябрь 2020, 13:34

Аҡъюл ауыл Советына 90 йыл

1941 йылда уның составына Аҡъегет, Аҡнаҙар, Аҡъюл, Васильевка, Ғәлиәхмәт, Ғәлекәй, Ибраһим, Ишкилде, Урыҫбай ауылдары инә.

Аҡъюл ауылы Үҫәргән һәм Йылайыр кантондарының ауыл башҡарма комитетының үҙәге була (1919-1923, 1926-1930 йй.).

1930 йылда Башҡортостанда кантондар урынына райондар, шул иҫәптән Хәйбулла районы ойошторола. Уның составында Аҡъюл ауыл Советы инә.
1941 йылда Аҡъюл сельсоветы составында Аҡъегет, Аҡнаҙар, Аҡъюл, Васильевка, Ғәлиәхмәт, Ғәлекәй, Ибраһим, Ишкилде, Урыҫбай ауылдары инә.
1952 йылдан Ғәликәй ауылы, 1961 йылдан Ишкилде утары, 1972 йылдан Ибраһим ауылы ауыл советы составында теркәлмәй башлай. Шулай уҡ 1950-се йылдарҙа Яңы Васильевка юҡҡа сыҡҡан.
Хәҙерге ваҡытта Аҡъюл ауыл биләмәһе составына Ғәлиәхмәт (үҙәге), Аҡнаҙар, Аҡъюл, Урыҫбай ауылдары инә.

1940 йылда ауыл Советына кергән ауылдарҙа 1327 кеше йәшәгән, шул иҫәптән 1165 башҡорт, 158 урыҫ, 4 украин. 2017 йылда 709 кеше иҫәпләнә.

Тарих фәндәре кандидаты М.М.Маннаповтың "Акъюлово: материалы по истории деревни" китабы буйынса.
Читайте нас: