Бөтә яңылыҡтар
12 Ноябрь 2020, 12:52

“Туй йолаһы”нда ҡатнашығыҙ!

Онлайн-фестивалдә ҡатнашыу өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәк, ниндәй программа ҡаралған?

Был матур байрам 20 ноябрҙә Шаран районында үтә. Уны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Шаран районы хакимиәте ойоштора.
“Туй йолаһы” асыҡ республика фестивале “Ырыу ағасы” республика форумы барышында үткәрелә. Бындай тәүге сара 2018 йылда булғайны. Быйылғыһы, билдәле сәбәптәргә бәйле, онлайн рәүештә уҙғарыла.
Ижади байрамда Рәсәй халыҡтары йолаларын һаҡлаған, үҫтергән, уларҙы билдәле итергә көс һалған ижади коллективтар ҡатнаша. Сара шулай уҡ айырым тикшереүселәрҙе, халыҡ кәсептәре оҫталарын берләштерә.
Фестиваль беҙҙең күп милләтле республикала халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен үҫтереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Башҡортостан халыҡтары берҙәмлеген нығытырға, фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәрергә ярҙам итә. Был маҡсаттар 2021 йылда республикабыҙҙа үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһында яҡшы кимәл күрһәтеү өсөн айырыуса мөһим.
Мәҙәни сара ошондай бүлектәрҙән тора:
– туй йолаларына арналған видеоконкурс;
– фәнни-ғәмәли конференция;
– еңеүселәрҙе бүләкләү.
Видеоконкурс өс этапта үтә:
– ғаризалар ҡабул итеү, 17 ноябргә тиклем;
– һайлап алыу туры, 19 ноябрь;
– йомғаҡлау туры – 20 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем онлайн рәүештә. Бәйгене Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Бәйләнештә”ге тура эфирында һәм ютуб каналында ҡарарға мөмкин.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 17 ноябргә тиклем ойоштороу комитетының [email protected] электрон адресына заявканы, видеоға һылтанма һәм йоланың сценарийын ебәрергә кәрәк.
Фото: РХИҮ (РЦНТ) сайты.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: