Коронавирус инфекцияһы арҡаһында бик күп саралар онлайн тәртибенә күсте. Бер яҡтан, осрашып һөйләшмәү, күрешеп саралар үткәрә алмау етешһеҙлек кеүек тойолһа ла, икенсе яҡтан, бының еңел генә төрлө илдәрҙе бәйләй алыуы - ҙур өҫтөнлөк. Ошондай халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙың береһе бөгөн ZOOM платформаһында үтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан менән Үзбәкстан республикалары араһында халыҡ-ара кимәлдәге онлайн-брифинг ойошторҙо. Унда министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ғилми йәмәғәтселек ҡатнашты. Сараның исеме – “Тарихи тыуған еренән ситтә йәшәгән башҡорттар: ярҙам алымдары һәм хеҙмәттәшлек мөмкинлеге” тип аталды.
Халыҡ-ара кимәлдәге брифингта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Үзбәкстан Республикаһының Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса комитеты, "Россотрудничество" вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Ул брифингта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан вәкилдәре исеменән сәләмләне һәм сараның әһәмиәте тураһында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы исеменән Башлыҡ Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары, милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Гөлләриә Ялсыҡаева сәләмләне. Бынан тыш республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре сығыш яһаны.
Үзбәкстан яғынан республикаһының Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Тошев ҡатнашты. Ул ихлас сәләмен еткерҙе һәм Үзбәкстәнда милли йәһәттән эштең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.
– Беҙҙә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителеүҙең тәүге көндәренән республикабыҙҙа йәшәгән бөтә милләттәр һәм халыҡтар өсөн үҙ телдәрен, йолаларын, мәҙәни мираҫын, милли үҙаңын һаҡлау өсөн бөтә шарттар будырыу өҫтөнлөклө милли сәйәсәт булараҡ билдәләнде. Был эш бөгөн дә дауам итә, – тине ул.
Азамат Тошев комитет эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттар тураһында ентекле һөйләне.
Әлеге ваҡытта Үзбәкстанда 30 мең самаһы башҡорт йәшәй. Уларға үҙ мәҙәниәтен, телен һәм йолаларын үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бирелгән. 1990 йылда Ташкентта булдырылған Ә. Вәлиди исемендәге Башҡорт йәмәғәт-мәҙәни үҙәге бик уңышлы эш башҡара. Бынан тыш Бохара, Ҡашҡаҙарин, Навои һәм Сәмәрҡәнд өлкәләрендә башҡорт-татар милли мәҙәни үҙәктәре уңышлы эшләй.
Бынан тыш Үзбәкстан яғынан республиканың Фәндәр академияһының Тарих институты өлкән ғилми хеҙмәткәре Ринат Шиһабдинов, Ә. Вәлиди исемендәге Башҡорт йәмәғәт-мәҙәни үҙәге етәксеһе Ринат Гуляев һәм башҡалар ҡатнашты.
Брифингта Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттарҙы ҡыҙыҡһындырған күп көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, унда эшләгән башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге ҡаралды. Шулай уҡ тарихҡа бәйле сығыштар ҙа булды. Һәр бер сығыштан һуң дискуссиялар, фекер алышыуҙар ойошторолдо.
Әйткәндәй, был сара Башҡотостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән уҙғарылды.
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр яҡшырғас, күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу буласаҡ, тип килеште яҡтар.