Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 18:04

Үҙ тарихыңды, тамырҙарыңды белеү өсөн кәрәк

“Без башкортлар” брошюралары, “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Яңауыл районы башҡорттары” документтар йыйынтыҡтары урындағы крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенә һәм Яңауыл китапханалар системаһына тапшырылды. Уңайлы булһын өсөн брошюралар сайт (http://bashkortlar.ru/yanaul) формаһында бирелгән.

Яңауыл районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан – Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш.
Район 1930 йылда Бөрө кантонының Яңауыл, Ҡыҙылъяр һәм Тәтешле улустары өлөштәренән барлыҡҡа килгән. Ҡасандыр Уран менән Гәрәй башҡорт ырыуҙары әлеге Яңауыл районы биләмәһен төйәк иткән. Хәҙер был районда йәшәгән башҡорттарҙың яртыһынан күбеһе – Уран башҡорттары вариҫтары. Уран башҡорттары көньяҡтан Мейәс йылғаһы буйына күсенеп, һуңынан Кама һәм Беүә йылғалары араһында таралып, Гәрәй, Ғәйнә, Ирәкте, Ҡатай, Ыуаныш исемле башҡорт ырыуҙары менән күрше була. Ә райондың көньяҡ-көнсығыш өлөшө элек Гәрәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн тәшкил иткән. Уран ырыуы этнонимы гидронимдарҙа ла һаҡланып ҡалған: Оло Уран һәм Кесе Уран йылғалары бар.
Уран ырыуы башҡорттарынан билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар­ҙың береһе – башҡорт милли хә­рәкәте эшмәкәре Хәлим Насретдин улы Әмиров. Ул 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙенең Уран ырыуы башҡорттарына ҡараған Яңы Уртауыл ауылында (бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы) тыуған.
Уран ырыуы башҡорттарынан сыҡҡан күренекле шәхестәр иҫә­бенә Яңауыл районының Ҡыҙылъяр ауылынан Советтар Союзы Геройы Мәғсүм Имаметдинов, арҙаҡлы йырсы, Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев (Яңауыл ҡалаһынан), күренекле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Фәнәүи Сәлихов (Яңауыл районы Исхаҡ ауылынан) ҡарай.
Бөгөн Яңауыл районында “Без башкортлар” тип исемләнгән яңы ғилми-методик ҡулланмаһы менән таныштырҙылар. Ул бер нисә төрҙә һәм республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарҙың береһенә әҙерләнгән. Әйткәндәй, хәҙер Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн йыйынтыҡтар аңлайышлы һәм таныша алырлыҡ булды.
Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды булышлығында Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты, республиканың Милли музейы һәм “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре крайҙы өйрәнеүселәр, музейҙар хеҙмәткәрҙәре, архивариустар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, тарих һәм туған тел уҡытыусылары менән осрашты. Сарала “Без башкортлар” методик пособиеһының презентацияһы үткәрелде.
– Был брошюраларҙың маҡсаты – кешегә үҙ тарихын өйрәнергә, тамырҙарын белергә ябай формала аңлатыу. Был документтарҙы анализлағанда ғына түгел, милли кейемде сиккәндә лә сағылырға мөмкин, сөнки уның ғаилә ҡомартҡыһына әйләнеүе ихтимал йәки тораҡтарҙы картографиялау. Брошюрала күп кенә иғтибар урындағы ҡабатланмаҫ көнкүреш, этнография үҙенсәлектәренә бүленгән. Әммә айырыуса иғтибарҙы, әлбиттә, шәжәрә төҙөүгә йүнәлттек. Был йүнәлеш һәр кемгә, уҡыусыларға ла, оло быуын вәкилдәренә лә файҙалана алырлыҡ булырға тейеш. Шуға брошюра буяуҙар менән бирелгән, – тине республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтынның Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.
Ул шулай уҡ киләсәктә бындай брошюраларҙа төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ғына түгел, төбәктәге башҡа халыҡтарҙың, географик йәһәттән республиканың барлыҡ биләмәһенең тарихы һәм мәҙәниәте сағылыр, тигән өмөтөн белдерҙе. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан халыҡтары араһында тарихы тураһында үҙгәртелгән фекер таралған. Мәҫәлән, күптәр Ҡазанды яулап алғандан һуң халыҡтың ҡасыуы хаҡындағы мифҡв ышана. Ысынбарлыҡта бер ниндәй тораҡты ла был ваҡиға менән бәйләй алмайбыҙ. Башҡортостандың төньяғында күпселектә – башҡорттар һәм мишәрҙәр”, – тип белдерҙе ул.
Республика Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин институт ғалимдары тарафынан әҙерләнгән ике проектты – “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы”, “Башҡорт ырыуҙарының һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ауылдарының картаһы” – менән таныштырҙы. Бынан тыш, Рәфил Аҫылғужин “Шәжәрә” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостан Башлығы гранты буйынса әҙерләгән “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары” проектын да күрһәтте. Был эш һөҙөмтәләренең береһе – “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы башҡорттары” белешмәһе. Уның күп өлөшө архив материалдарына арналған.
Крайҙы өйрәнеүселәр фекеренсә, метрика китаптары айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята икән. Был мәғлүмәттәрҙе ҡасандыр имамдар ата-әсәләрҙең әйткәненән ҡарап баланың милләте һәм башҡа мәғлүмәттәре хаҡында яҙған. Хәҙер улар гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу бүлектәре (ЗАГС) тарфынан башҡарыла. “Крайҙы өйрәнеүселәрҙең төп проблемаһы – сығанаҡта эҙләү”, – тине Башҡортостан Республикаһы крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте вәкиле, Өфө ҡалаһы тарихы музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Тимур Ильясов.
“Без башкортлар” брошюралары, “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Яңауыл районы башҡорттары” документтар йыйынтыҡтары урындағы крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенә һәм Яңауыл китапханалар системаһына тапшырылды. Уңайлы булһын өсөн брошюралар сайт (http://bashkortlar.ru/yanaul) формаһында бирелгән.
Фото: kurultai.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: