Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2020, 18:11

“Тамырҙарымды бер ҡасан да онотмайым”

Боронғо башҡорт ырыуҙары һаҡланһын тип тырыша.

Боронғо Йылан, Ҡаңны, Ҡыбау башҡорт ырыуҙарының төбәге булған Туймазы яҡтары республиканың халыҡ иң тығыҙ йәшәгән һәм күп милләтле төбәктәренең береһе булып тора. Замандың ҡатмарлы шарттарында ла тарихи тамырҙарын онотмаған кешеләр күп бында. Шулар иҫәбендәге күренекле шәхестәрҙең береһе – “Туймазытехуглерод” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Әхәт Мәжит улы ҒӘЗИЗОВ.

“Башҡорт икәнебеҙҙе белеп йәшәйбеҙ”

Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәле булған был эшҡыуар 1945 йылда Туймазы районының Үрге Бишенде ауыл Советына ҡараған Самсыҡ ауылында тыуған. Нефть институтын тамамлағандан бирле ул ошо нефть һәм газ тармағында хеҙмәт итә, партия һәм комсомол органдарында ла эшләй.

– Минең ата-бабаларым бер туған Абдулла менән Ғәзизгә, батша ғәскәрендә күрһәткән хеҙмәт­тәре өсөн, Бишенде ауылынан биш километр самаһы урында ер бүлеп биргәндәр, – тип иҫкә ала ветеран. – Шунда улар йорт һала, башҡорттар ҙа күсеп килә. Атайым менән әсәйемдең башҡорт ауылдарынан икәнен аныҡ беләм: 1923 йылда ЗАГС-та никахтарын тер­кәткән документта икеһенең дә милләте башҡорт икәне күр­һә­тел­гән, иҫке ҡағыҙҙарҙы барла­ғанда үҙем асыҡланым. Ҡайһы берәүҙәр, имештер, татарҙарҙы башҡорт тип яҙылырға мәжүр иткән­дәр, тип һөйләй. Бындай мәжбүри яҙҙырыу бер ҡасан да булманы, 1923 йылда уның ҡайғы­һы ла юҡ ине – әле Граждандар һуғышы саҡ тамамланған осор, барыһы ла милләтен ата-бабаларын күҙ алдында тотоп билдә­ләгән, был үҙе үк тамыр­ҙары­быҙ­ҙы раҫлаған дәлил түгелме ни?!

Шунан бирле беҙ башҡорт икәнебеҙҙе онотмай йәшәйбеҙ, мәктәптә татарса уҡыттылар, шуға телебеҙ ҙә татарсаға яҡыныраҡ булып киткән. Йәшерен-батырыны юҡ: ҡайһы бер милләт вәкилдәре үҙенең сығышын әйтергә ояла. Әммә мин, ҡайҙа ғына булһам да, Башҡортостандан ситтә саҡта ла үҙемдең башҡорт икәнемде йәшермәйем, бының менән ғорурланам.
Әхәт Мәжит улы комсомолдың Туймазы ҡала комитетының беренсе секретары булған осорҙа был ойошма республикала иң алдынғыһы булып таныла. Уның тырышлығы менән ҡаланың Островский урамында спорт залы барлыҡҡа килә. Маҡсатына өлгәшеү өсөн Ғәзизовҡа СССР Юғары Советы депутаты, “Туймазынефть” идаралығы операторы Фәнил Ғәлин менән бергә бер нисә тапҡыр Мәскәүгә барып ҡайтырға тура килә.

Заводтарҙы аяҡҡа баҫтырыусы

Үткән быуаттың 80-се йылдарында Серафимовка автоматика һәм телемеханика саралары тәжрибә заводында ауыр хәл килеп тыуғас, КПСС-тың ҡала комитетында эшләп йөрөгән Ғәзизовты шунда директор итеп ебәрәләр. Дүрт йыл эсендә ул заводты алдынғылар сафына сығара. 1986 йылда уны яңы тәғәйенләнеш көтә: Туймазы техник углерод заводында эштәр хөртәйгәндән-хөртәйә һәм Әхәт Мәжит улын шунда директор итеп ҡуялар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул заводты “тәгәрәүҙән” ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә үҫештең яңы баҫҡысына күтәрә. Әгәр ҙә бығаса предприятие үҙ продукцияһын илдең эске баҙарында ғына һатһа, хәҙер ул тауарҙарын сит илдәргә лә сығара башлай һәм бөгөн уның продукцияһының 40 проценттан ашыуы экспортҡа китә. Ошондай күрһәткескә өлгәшкән предприятиелар республикала бер нисәү генә. Бынан тыш, завод хәҙер экологик яҡтан да хәүефһеҙерәк.

– Минең бабай ҙа, уның балалары ла ҡыйыу һәм ныҡышмал булған, – ти Әхәт Ғәзизов. – Башҡорттарға хас сифат был тип уйлайым. Беҙҙә бит хәйләләү тигән нәмә юҡ, туранан-тура эш итергә яратабыҙ. Ошондай сифаттар миңә тормошта күпкә өлгәшергә ярҙам итте. Заводты ла ҡайһы бер Мәскәү эшҡыуарҙары ҡулға төшөрөргә маташып ҡараны, көрәштем һәм бирмәнем. “Ниндәйҙер ауыл малайы заводҡа хужа булып алған”, тип тә һөйләгәндәр.

Ата-бабалар ҡаны менән бирелгән тәүәккәллек һәм ҡурҡып ҡалмау ярҙам итә миңә бындай саҡтарҙа. Башҡорттар бит батшаға ла бик буйһоноп бармаған, күп тапҡырҙар фетнә күтәргән, ахырҙа ҡорал эшләмәһендәр өсөн тимерлек булдырыуҙы ла тыйғандар, әммә егәрлелек һәм эшлеклелек бер ҡасан да бөтмәгән халҡыбыҙҙа.

Ветерандың иҫтәлектәренә ҡарағанда, бер генә урында ла, республиканан ситтә лә уның аҙ һанлы милләт вәкиле икәненә иғтибар итмәгәндәр, ул бер ҡайҙа ла сикләү тоймаған, һәр ваҡыт эшлеклелек сифаттарына ҡарап баһалағандар. Әле лә шулай, маҡсатына өлгәшергә ынтылған кеше өсөн яһалма ҡаршылыҡтар юҡ. – Йәштәр хәҙер икенсе, – ти ул. – Ейәндәрем, мәҫәлән, донъяның хеҙмәт баҙарындағы көнәркәшлек шарттарында эшләргә тура килә икәнен яҡшы аңлай, шуға күрә улар инглиз телен һыу кеүек эсә, башҡа предметтар буйынса ла белемдәре төплө: өсөнсө класта уҡыған ейәнемә төрлө өлкәләрҙән һорау биреп ҡарайым – бөтәһенә лә яуап бирә. Йәштәргә уҡыу һәм алдағы ҡатмарлы тормошҡа әҙерләнеү өсөн һәйбәт шарттар бар, тип уйлайым. Милләт көслө булһын өсөн, хәҙер тәү сиратта баш кәрәк.

Ҡоролтайҙың төп ярҙамсыларының береһе

Туймазы башҡорттары ҡорол­тайы рәйесе Гәүһәр Фәзуллина әйте­үенсә, Әхәт Мәжит улы ҡорол­тайға даими ярҙам итеп килә, ул үткәргән сараларҙа абруйлы аҡһа­ҡалдың өлөшө ҙур. Ғөмүмән, “Туйма­зытехуглерод” йыл һайын хәйриә маҡсаттарына ҙур сумма бүлә, йорттары янып торлаҡһыҙ ҡалғандар ҙа, күп балалы ғаилә­ләр ҙә, спорт һәм ветерандар ойош­малары ла иғтибарһыҙ ҡалмай.

Ҡала менән районды төҙөклән­дереүгә лә Ә. М. Ғәзизов етәксе­легендә ҙур ярҙам күрһәтелә. Ветерандың тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Башҡортостан Республи­каһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Рәсәйҙең бойондороҡ­һоҙ профсоюздар федерация­һының Почет грамоталары, “Рәсәйҙең химия индустрияһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” I дәрәжә ордены һәм бик күп миҙалдар, иҫтәлекле билдәләр менән бүләкләнгән.

Рәсәйҙең почетлы химигы, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған химигы, Туймазы ҡалаһы һәм районының почетлы гражданы, күп саҡырылыш рәттән ҡала һәм район советтары депутаты Әхәт Мәжит улы Ғәзизов, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә алғы сафта, ул – үҙе ғүмер буйы ҙур көс һалған нефть һәм газ тармағының терәге генә түгел, ә боронғо башҡорт ырыуҙары үҙ тоҡомдары өсөн онотолмаһын, киләсәк быуындар өсөн дә һаҡланһын өсөн тырышҡан ихтирамлы шәхестәрҙең береһе.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас: