Бөтә яңылыҡтар
21 Октябрь 2020, 21:50

Ыҡ буйы башҡорттарын ниҙәр борсой?

Урындағы крайҙы өйрәнеүселәр халҡыбыҙҙың данлы үткәнен, ырыуҙар, ауылдар тарихын өйрәнеү, тергеҙеү буйынса ифрат ҙур эштәр башҡара.

Бөгөн, 21 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Ыҡ буйы башҡорттары. Тарихы һәм бөгөнгөһө” тигән фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Эпидемиологик хәл-торошто иҫәпкә алып, ул онлайн-алымда ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта Октябрьский ҡалаһында конференцияның айырым майҙансығы эшләне.
Сарала Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, Милли архивы, Башҡортостан энциклопедияһы, Баҡалы, Бәләбәй, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондарының музей хеҙмәткәрҙәре һәм крайҙы өйрәнеүселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уңышлы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләне. Милли музейҙың генераль директоры Марат Миңлеғәле улы Зөлҡәрнәев, бер үк ваҡытта республиканың “Крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте” етәксеһе булараҡ, ойошманың маҡсаттары, ошоғаса башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар һәм бөгөнгө конференцияла ҡараласаҡ мәсьәләләр тураһында һөйләп үтте. Ул райондарҙа эшләгән крайҙы өйрәнеүселәрҙең төбәгебеҙҙең тарихын, халҡыбыҙҙың данлы үткәнен өйрәнеү, тергеҙеү буйынса ифрат ҙур эштәр башҡарыуын айырып билдәләне.
Айтуған Ирек улы Аҡманов, Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов, Рәфил Рифғәт улы Аҫылғужин кеүек тарихсылар Ыҡ буйы, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихи үткәненә ҡағылышлы йөкмәткеле сығыштар тәҡдим итте, уларҙың диалектына, ырыуҙар тарихына, тарихи территораль бүленешенә ҡағылышлы китаптар, белешмәләр менән таныштырҙы.
Башҡортостан энциклопедияһы директорының фән буйынса урынбаҫары Клара Ишбулды ҡыҙы Әһлиуллина һәр райондың айырым энциклопедияһын булдырыу эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы, был эштең төбәк тарихын тергеҙеү, тулыландырыу һәм һаҡлау йәһәтенән әһәмиәтен билдәләне һәм урындағы крайҙы өйрәнеүселәрҙе әлеге башланғыста әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Октябрьский ҡалаһының, райондарҙың музей хеҙмәткәрҙәре, крайҙы өйрәнеүселәре, әүҙем йәмәғәтселәр үҙҙәре тарафынан алып барылған эшмәкәрлек тураһында һөйләп үтеп, көндәлек эштәрендә осраған сетерекле мәсьәләләрҙе күтәрҙе, һорауҙарына яуап алды. Мәҫәлән, Туймазы районы биләмәһендә "Юлдаш" радиоһы тапшырыуҙарын тыңлау мөмкинлегенең сикле булыуы, район гәзиттәрендә крайҙы өйрәнеү темаһына арналған мәҡәләләргә урын бирелмәүе, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу сифатына иғтибарҙы арттырыу, ҡайһы бер урындарҙа ауылдарҙың барлыҡҡа килеү тарихына бәйле тарихи дөрөҫлөктө һанламау кеүек һорауҙар яңғыраны.
Конференцияла ҡатнашыусылар төбәктәрҙәге крайҙы өйрәнеүселәр республиканың ғилми йәмәғәтселеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тейеш, шул саҡта был юҫыҡтағы эшмәкәрлек тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ, тигән уртаҡ фекергә килде.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: